

22 октябрҙә Бөтә Рәсәй III “Служение” муниципаль премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы, ул 2025 йылдың 21 ноябренә тиклем дауам итә. Проектты, идара итеү ҡарарын йәки инициативаны премияслужение.рф рәсми сайтында тәҡдим итергә мөмкин.
Конкурсты ойоштороусы Рәсәй Президенты Хакимиәте ярҙамында Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы (ВАРМСУ). Премия Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм муниципаль берәмектәр үҫешенә индергән өлөшө өсөн муниципаль берләшмәнең күренекле вәкилдәренә бирелә.
Премияла муниципаль берәмектәр башлыҡтары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципалитет һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, муниципаль депутаттар, Рәсәй субъекттары муниципаль берәмектәре советтары рәйестәре, башҡарма директорҙары һәм хеҙмәткәрҙәре, территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйестәре һәм ағзалары, шулай уҡ ауыл старосталары ҡатнаша ала. Проекттарҙы, инициативаларҙы һәм идара итеү ҡарарҙарын индивидуаль рәүештә лә, шулай уҡ команда менән дә тәҡдим итергә була.
Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Грачев билдәләүенсә, былтыр “Служение” премияһына элекке йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк ғариза килгән һәм Рәсәйҙең яңы субъекттарынан ҡатнашыусылар һаны күп тапҡырға артҡан. Евгений Грачев һүҙҙәренсә, һандар һәм премия үҙе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтенең мөһимлеген һәм был хеҙмәткә дәүләт яғынан мөнәсәбәтте күрһәтә.
2025 йылда Бөтә Рәсәй II “Служение” муниципаль премияһына илебеҙҙең 89 төбәгенән 41 313 ғариза килгән. Башҡортостан унда иң әүҙем 10 төбәк исемлегендә булды. Республиканан 890 ғариза булған - был Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә 6-сы һөҙөмтә.
2025 йылда Бөтә Рәсәй “Служение” муниципаль премияһының тәүге 100 исемлегенә Башҡортостандан ике проект инде:
- “Остазлыҡ институты – киләсәк ил өсөн" категорияһында "Йәштәр советы - буласаҡ парламентарийҙар өсөн уҡыу майҙансығы” Стәрлетамаҡ ҡала советы секретары Марина Матюхина;
– “Геройҙар ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү - дөйөм Еңеүгә өлөш индереү” категорияһында “СВОи Иглино” Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә 2026 йылдың апрелендә “Бәләкәй Тыуған ил – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумында буласаҡ.
Фото – пресс-служба ВАРМСУ