

Һуңғы йылдарҙа үткәрелмәй торған, инде танһыҡҡан әйләнгән осрашыу “Бөгөн Әбйәлил районы нисек йәшәй. Район үҫешенең яңы офоҡтары” тигән исем аҫтында пленар өлөштән башланды. Унда кадрҙар мәсьәләһе, эшҡыуарлыҡ һәм башҡалар тураһында һөйләшеүҙәр булды. Асыҡ, ғәҙел диалог үткәрергә теләйбеҙ, тигән фекерҙә ине Әбйәлил районы хакимиәте. Һәм бөгөн Әбйәлил хакимиәтенең яңы етәкселеге, яңы командаһы Өфөләге яҡташтарҙы тыуған төйәге өсөн ныҡлы терәк-таяныс итеү ине. Өҫтәүенә йәштәрҙең тыуған районына ҡайтып, уның киләсәге өсөн хеҙмәт итеүе зарур.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев, районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ирек Хәсәнов, район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Динир Зарипов, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Айрат Хәкимов, Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров, 1999 – 2009 йылдарҙа Өфөләге әбйәлилдәр ойошмаһы етәксеһе Батыр Хисмәтуллин, “Әбйәлил йәштәре” ойошмаһы етәксеһе Нәркәс Баймырҙина һәм башҡалар ҡатнашты. Сараның модераторы Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләлре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Вадим Абдуллин булды.
- Был сараға ҙур тулҡынланыу менән әҙерләндек. Бер кемгә лә сер түгел, беҙҙә һәм тотош илдә кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Район йәш белгестәрҙе көтә. Беҙ уларға районда уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, – тине Айрат Зиннәт улы.
Ул Әбйәлилдә медицина хеҙмәткәрҙәрен, педагогтарҙы, ауыл хужалығы белгестәрен һәм башҡаларҙы көтөүҙәре тураһында әйтте.
Бөгөн Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙән туҡтамай: улар был изге эшкә тәүге көндәрҙән үк ҡушылды. Райондың ауыл хужалығы, иҡтисад, социаль һәм башҡа өлкәләрҙең үҫеше өсөн тос өлөш индерәләр.
Бөгөн Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев сығышы менән Әбйәлил районының Хәлил ауылынан булған иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы Заһир Ғәлингә “Әбйәлил районының ауыл хужалығы өлкәһендәге атҡаҙанған хеҙмәткәре” сертификатын тапшырҙы.
– Мин – ғүмерем буйына етәксе. 1965 йылда урта мәктәпте тамамланым һәм бер айҙан миңә колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Артабан, әрме хеҙмәте, институт – беренсе курста – курс секретары, икенсе курста – факультет секретары, дүртенселә институттың комсомол комитеты секретары булдым. 1975 йылда бынан китергә теләүем тураһында әйттем. Шунан мине районға комсомол район комитетының беренсе секретары итеп ебәрҙеләр. Унда – ике йыл ярым, бер йыл ярым – “Красная Башкирия” совхозының парком секретары, һигеҙ йыл “Йәнгел” совхозы директоры булып эшләнем, – тип һөйләне Заһир Әҡсән улы. – Өфөгә кире килгәндә миңә 40 йәш тулғайны. Был хаҡта мин нимәгә әйтәм? Мин – идара итеүсе. Хәҙер был проблема менән һөнәри рәүештә шөғөлләнәм. Кешенең үҙе - иң ауыр идара итеү объекты, тигән фекергә килдем. Бала саҡтан беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән яҙмыш, бар тип әйттеләр. Бөгөн мин асыҡ итеп: “Был улай түгел, һәр кем үҙенең яҙмышын ҡора”, – тип әйтәм. Һәм үҙең менән идара итеүҙең төп инструменты – был беҙҙең фекерләүебеҙ.
Ошо уҡ көндө сығышы Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылынан булған ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Татарстандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты Марат Илһамов “Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре” сертификаты менән наградланды.
Ошо уҡ көндө сығышы менән Әбйәлил районының Буранғол ауылынан булған Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауренаты Әхтәм Абушахмановҡа “Әбйәлил районының маҡтаулы хеҙмәткәре” исеме бирелде.
- Асҡарҙа йәшәгәндә – Буранғол малайы, Өфөгә килгәс – Әбйәлилдеке, Мәскәүҙә булғанда – башҡорт малайы, сит илдә “Ул СССР-ҙан, Рәсәйҙән”, тиҙәр ине. “Әбйәлил, Буранғол ере һәр саҡ күңелемдә ине, – тине Әхтәм Абушахманов.
Был көн һәр кем күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
- Беҙҙең өсөн был осрашыу – үҙенә күрә байрам ул, – тип белдерҙе Батыр Хисмәтуллин.
Әйткәндәй, тиҙҙән, 2 декабрҙә, уның атаһы Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм уның тыуған районы Әбйәлилдә саралар үткәрелә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡалар әбйәлилдәргә изге теләктәрен еткерҙеп һәм хеҙмәт уңғандарына наградалар тапшырҙы.
Әйткәндәй, әбйәлилдәр атҡарған ғорурланырлыҡ эш-ғәмәлдәр бихисап. Шуларҙың береһен айырып әйтмәү хилаф булыр. Ҡасандыр Әбйәлил ерлегендә тыуған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы хәҙер тотош республикаға таралды, “Айыҡ ауыл” акцияһы шундай уҡ яңғыраш алды. 1952 йылда Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелгән яҡташтары осрашыуына ла ике йылдан 75 йыл була. Профессор, филология фәндәре докторы Нәғим Ишбулатов тарафынан башланған, артабан Ким Әхмәтйәнов, Азия Күсимова, Рәшит Ишбулатов, Батыр Хисмәтуллин, Раян Шаһимөхәмәтов, Тәслимә Таһирова һәм башҡалар етәкселегендә был сара тағы яңы һулыш алды. Бөгөн Өфөләге “Әбйәлилдәр” яҡташтар ойошмаһының яңы етәксеһе итеп “Ете ҡыҙ” ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова һайланды.
Әбйәлилдән сыҡҡан сәнғәт эшмәкәрҙәре Вәхит Хызыров, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Рөстәм Шаһыбалов, Римма Амангилдина, Әлфиә Ғәлләмова, Хәсән Усманов, Руслан Ниғмәтов, Альбина Килдейәрова, Шәһит Хамматов, "Етегән" төркөмө, Вадим Папанин, Илнур Миһманов, Рәсүл Ҡарабулатов, Дамир Тайыпов, шағирә Гөлназ Ҡотоева, Актриса Зиләрә Юлтаева, "Йәшлек" бейеү ансамбле, "Серле моң" ансамбле һәм башҡаларҙың ихлас башҡарыуынан торған бай йөкмәткеле концерт, тәнәфестә үткәрелгән, йәнә әбйәлилдәрҙән сыҡҡан “Самауырлы ритайым” яҡташтарыбыҙ осрашыуына йәнә йәм өҫтәне.
Төштән һуң сәғәт 3-тә башланған осрашыу төнгө 12-лә тамамланды...
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың Конституция советы рәйесе:
- Бындай осрашыуҙар, халыҡ менән аралашыуҙар бик кәрәк. Һәр ваҡыт яҡташтар бер-береһен күреп, бер-береһенән өйрәнеп йәшәргә тейеш. Дөрөҫ юлдан бара Әбйәлил районы халҡы.
Рәшит ИШБУЛАТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм уйлап табыусыһы:
– Һуңғы йылдарҙа осрашыуҙар туҡталған ине. Был юлы осрашыуҙы район етәкселеге ойошторҙо. Барлыҡ етәкселәр килде, район хәлдәрен, пландарын һөйләнеләр.
Автор фотолары.