Йәмғиәт
25 Октябрь 2025, 05:30

Һигеҙенсегә - игеҙ бала

Башҡортостанда бер ҡатын хайран ҡалдырҙы Әммә бала тапҡан саҡта...

Һигеҙенсегә - игеҙ балаҺигеҙенсегә - игеҙ бала
Һигеҙенсегә - игеҙ бала

Ҡатын һигеҙенсе тапҡыр бала таба - тәбиғи юл менән ике малай тыуа. Теүәл ваҡытына тиклем - туғыҙ ай ауырлы йөрөй, сабыйҙарҙың ауырлығы - 3000 һәм 2900 грамм.

Әммә бала табыу өҙлөгөүҙәр менән бара. Бер сабый ике тапҡыр кендегенә тығыҙ уралған була, шулай уҡ плацента ваҡытынан алда айырыла, тип һөйләгән табиптар. Сабыйҙарҙың береһенә ашығыс ярҙам кәрәк була, әммә бер аҙҙан неонатологтар уның хәлен яйға һала.

Хәҙер ике бала ла әсәһе янында, белгестәр күҙәтеүе аҫтында, уларҙың хәле хәүеф тыуҙырмай.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас