Йәмғиәт
27 Октябрь 2025, 16:45

Атайҙар көс һынашты

25 октябрҙә Республика инженер лицей-интернатында (РИЛИ) “Алға-Патриот” Кубогына ҙур команда ярыштары үтте. Спартакиадала 200 кеше ҡатнашты. Ул Президент Указына ярашлы булдырылған Атайҙар көнөнә арналды.

Атайҙар көс һынаштыАтайҙар көс һынашты
Атайҙар көс һынашты

Ойоштороусылары - “Алға-Патриот” Башҡортостан Республикаһының спорт-патриотик үҙәге” ойошмаһы һәм лицей-интернат. РИЛИ директоры Азамат Ямғурсин, спартакиаданы асып, ваҡиғаның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Атай - ғаиләлә төп фигура. Был байрам балаларҙы тәрбиәләүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәт белдерергә мөмкинлек бирә. Беҙ “Алға-Патриот” менән бергә илһөйәрлек тойғоһоноң тап ғаиләлә тыуыуы тураһында һөйләйбеҙ". Тантаналы телмәрҙән һуң “Алға-Патриот” етәксеһе Ринат Хәбиров дәртле зарядка үткәреп, старт алдынан күңелдәрҙе күтәрҙе.

 “Сәләмләү”, “Сәпкә бәреү”, “Футбол дуэле”, “Эстафета - күңелле хоккей”, “Иң көслө атай” һәм “Арҡан тартыу” – ярыштарҙың программаһы шундай ине. Ҡатнашыусылар шатлыҡлы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Күп ваҡыт эштә үтә, шуға күрә ғаилә менән көндө файҙалы үткәреү һәм ял итеү мөмкинлеге бик шәп булды!” - тине “Айболит” командаһынан Константин Мамлин.

 Ойоштороусылар балалар өсөн махсус викторина ла әҙерләгәйне.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса еңеүҙе һәм “Алға-Патриот” Кубогын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Пульс” командаһы яуланы.

Икенсе урында - Ветеринария буйынса дәүләт комитетының “Айболит" командаһы, өсөнсөлә – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының “Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көслөрәк!" командаһы. МХО ветерандары ассоциацияһы дүртенсе урынды алды. “Иң көслө атай” титулына Максим Горячев һәм Александр Юдин лайыҡ булды.

"Шәхси миҫалыбыҙҙа балаларыбыҙҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Беҙ, атайҙар, әүҙем йәшәү рәүешенең ни тиклем шәп икәнен күрһәтергә бурыслы”, - тип тойғолары менән уртаҡлашты “Тиҙлек” командаһынан Марат Сәмиғуллин.

Фото предоставлено дирекцией АНО СПЦ РБ «Алга-Патриот».

https://mgazeta.com/articles/interesno/2025-10-27/spartakiada-v-chest-dnya-ottsa-sobrala-bolee-200-uchastnikov-v-ufe-4442521

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас