

Баш ҡала халҡын был урамдағы уңайһыҙлыҡтар буласағы тураһында алдан иҫкәрттеләр.
Октябрь проспектының Шәфиев урамы менән “Ҡурайҙа уйнаусы малай” фонтаны араһында ремонт эштәре башҡарыла. Был турала ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов яҙҙы.
“Был аралыҡта йәйәүлеләр өсөн юл яйһыҙ эшләнгән: ул туҡталҡалар һәм машина йөрөгән юл менән киҫешә. Шуға күрә ошо урынды уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итергә булдыҡ. Подряд ойошмаһы эшкә тотондо ла инде”, – тип яҙа ул.
Ремонт осоронда ҡала халҡы өсөн уңайһыҙлыҡ та тыуыуы ихтимал. Был эштең бер өлөшө быйыл тамамланасаҡ, ҡалғаны – киләһе йылда.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!