

«Умартасылыҡтың мәшәҡәте, нескәлектәре бихисап булһа ла, уны эш тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Минең өсөн хобби, күңел талабы менән башҡарған шөғөл, тип әйтергә мөмкин. Шулай булғас, әллә ни ауырлығы тойолмай», - тип урман буйында урынлашҡан умарталары янына алып килде Рауил Вәлитов.
Тирә-яҡта хозурлыҡ, хуш еҫле аҡлан, бал ҡорттары гөжләүе... Ә бит ошонда ҡасандыр уның атаһы Рәшит Зәһиҙулла улы, олатаһы ла бал уңышын йыйған. Эйе, Вәлитовтар өсөн умартасылыҡ – быуындан-быуынға күскән шөғөл.
- Хәтеремдә, ете йәшемдә тәүге тапҡыр бал айыртҡан инем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы ауыл хужалығы техникумын тамамланым да ғүмер буйы ауылда ветеринар һөнәрен башҡарҙым. Әммә умартасылыҡтан бер ҡасан да айырылманым. Был шөғөлөбөҙ булмаһа, 90-сы йылдарҙа, аҡсаһыҙлыҡ заманында, донъя көтөргә, балаларҙы уҡытырға бик ауырға тура килер ине, моғайын, – тип һөйләй Рауил ағай.
Умарталары 50-нән ашыу Ауырғазы районы Мораҙым ауылының иң тәжрибәле умартасыларының береһе булған Рауил Рәшит улының. Вәлитовтар умартасылыҡ менән генә сикләнмәй, һыйыр, башмаҡ, һарыҡтар ҙа тота.
Рауил ағай менән һөйләшкәндә, һәр умартала 60 меңгә тиклем бал ҡорто йәшәүен белдем. Улар араһында инә ҡорт, ата ҡорт һәм эшсе төркөм бар икән. Инә ҡорт башҡаларынан ҙурлығы менән айырылып тора. Ата ҡорттоң төп функцияһы тоҡомдо арттырыу булһа, эшсе төркөмдөң нимә менән шөғөлләнеүе билдәле – миҙгел эсендә улар 50 килограмға тиклем бал йыя ала. Әлбиттә, уңыштың күләме һәр йылда төрлөсә була - тәбиғәт шарттары үҙ йоғонтоһон яһай.
“Һеҙ үҙегеҙ ниндәй бал яратаһығыҙ?” тип ҡыҙыҡһынам умартасынан. - Мин сәскә балын яратам. Йүкә балын тәмлерәк, тип үҙ итеүселәр күп, әммә сәскә балы файҙалыраҡтыр тим, сөнки уны йыйыу өсөн бал ҡорттарына меңләгән сәскәгә ҡунырға тура килә, - ти ул.
Бал алғанда нисек алданмаҫҡа, тип ҡыҙыҡһынғас, Рауил ағай ышаныслы кешеләрҙән генә һатып алырға кәңәш итте. “Умартасылыҡ менән оҙаҡ йылдар дауамында шөғөлләнеүселәргә кешеләрҙе алдап, йылдар буйы эшләп туплаған абруйҙы төшөрөүҙән мәғәнә юҡ”, – тигән фекерҙә ул.
Әлеге мәлдә бал йыйыу тамамланған, әммә умартасының эше күп. Бал ҡорттарын дауаларға, яңы миҙгелгә әҙерләнә башларға кәрәк. Ауыл кешеһе, бигерәк тә үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңған умартасылар өсөн эш күплеге тәбиғи хәл, әлбиттә.
“Эш булмаһа, киреһенсә, ҡыйын булыр ине. Хәрәкәттә - бәрәкәт, шуға былар барыһы ла беҙгә файҙаға ғына. Бал ҡорттары менән һөйләшә-һөйләшә эшләйбеҙ. Уларҙы бала ҡараған кеүек ҡарарға тәрбиәләргә кәрәк”,- тип йылмая Вәлитовтар.
Рауил ағай тормош юлдашы Сәйҙә Мансур ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер кисерә, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. “65 йыл бергәбеҙ инде”, - Сәйҙә апайҙың был һүҙҙәренә аптырап ҡуйҙым – был тиклем оло күренмәйҙәр ҙә һуң?
- Беҙ бала саҡта күрше булдыҡ – бергә уйнап үҫтек, бер класта уҡыныҡ. Үҫеп, буй еткергәс, сәсте сәскә бәйләнек. Тормош ҡороуыбыҙға 50 йылға яҡын булһа ла, 65 йыл бергәбеҙ. Әйткәндәй, минең атайым да умартасы булды, - ти Сәйҙә апай.
- Быйыл бал уңышы мул да, ҡуйы ла, Аллаға шөкөр. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә, туғандарға күстәнәс итеп бирергә лә, артҡанын һатырға ла етә. Умартасылыҡ менән булыу күңелемә ҡәнәғәтлек тойғоһон бирә. Йәштәргә лә был эштән ҡурҡмауҙарын теләйем. Тырышлыҡ һалһаң, барыһына ла ирешеп була, шуға баҙнатлы, егәрле булыу ғына кәрәк, - тигән теләктәрен еткерҙе осрашыу аҙағнда Рауил Рәшит улы.
Шулай итеп, тик уңғандарҙың ғына тормошо балдай татлы, күстәре ишле, табышы мул, бал ҡортондай эшләһәң генә тәмле бал ашарға була икән. Быға беҙ Вәлитовтарҙың миҫалында йәнә бер инандыҡ.
Фото - ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!