

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Сеньор” компаниялар төркөмө генераль директоры Кристина Недорезова видеобәйләнеш аша үткәрелгән сараның модераторы булды. Башҡортостандың Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министрлығы, Рәсәй Үҙәк банкы Урал Баш идаралығы Милли банкының хәүефһеҙлек буйынса бүлеге, Башҡортостан буйынса Бәйләнеш, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәте идаралығы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы вәкилдәре спикер булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков “Һанлы мутлыҡ ҡылыуҙар: мессенджерҙар мутлыҡ ҡылыусыларҙың инструментымы? МАХ ҡушымтаһы, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау” темаһы буйынса сығыш яһаны һәм МАХ-тың үҙенсәлектәре тураһында әйтте. Ул МАХ-тың интернет булмағанда ла эшләүе, ундағы видеобәйләнештең яҡшы булыуы, төрлө каналдарҙың барлығы, уларҙың көн һайын артыуы һәм башҡалар тураһында хәбәр итте.
Рәсәй Үҙәк банкы Урал Баш идаралығы Милли банкы хәүефһеҙлек буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгесе Ольга Кузнецова сығышында мутлыҡ ҡылыусыларҙан алданмау юлдары тураһында һөйләне. Белгес төрлө һылтанмалар аша күсмәү, смс-хәбәрҙәр аша килгән кодтарҙы башҡаларға әйтмәү, килгән төрлө хаттарҙы асмау, һәр саҡ мәғлүмәтте тикшереү мутлыҡ ҡылыусылар "тоҙағы"на эләкмәҫкә булышлыҡ итер, тине.
Мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдар Әбделмәнов Башҡортостанда мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр эшенә сикләүҙәр тураһында һөйләне. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары, полиция подполковнигы Алексей Ратушный сығышында мессенджерҙар ярҙамында мутлыҡ ҡылыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында әйтте.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!