Йәмғиәт
29 Октябрь 2025, 07:30

Ҡатнаш һәм еңеү яула!

Был бәйге йыл һайын үткәрелә.

Ҡатнаш һәм еңеү яула!Ҡатнаш һәм еңеү яула!
Ҡатнаш һәм еңеү яула!

Башҡортостан журналистарын һәм блогерҙарын XV “Бергә һанлы киләсәккә” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыралар.

“Ростелеком” йыл һайын үткәргән “Бергә һанлы киләсәккә” бәйгеһе башланды. Был сара төбәк журналистарын һәм блогерҙарын телекоммуникациялар тармағына, технологик трендтарға һәм иннвация технологияларына йәлеп итеү өсөн эшләнә. Конкурстың партнеры – Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнештәр һәм киң коммуникациялар министрлығы, “Базис” ойошмаһы.

“Бергә һанлы киләсәккә” конкурсына быйыл 1 марттан һәм 2026 йылдың  28 февраленә тиклем донъя күргән мәҡәләләр, күрһәтелгән сюжеттар ҡабул ителә. “2026 йыл еңеүселәре Рәсәйҙең Арктик зонаһы төбәктәренең береһенә барыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, - тип хәбәр итте “Ростелелеком”дың тышҡы коммуникациялар буйынса вице-президенты Кира Кирюхина.

Конкурс ғәҙәттәгесә төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә үткәреләсәк. Еңеүселәрҙе медиа берҙәмлеге, интернет тармағы һәм телекоммуникациялар баҙары белгестәре баһалаясаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас