

Тормошта ҡайһы саҡта мөғжизәләр тыуа, әгәр уларға ышанһаң. Былтыр, март айында Әбйәлил районының Ҡушый ауылында ҡот осҡос фажиғә була. Исламғоловтар ғаиләһенең йорто янып китә. Утта өс бәләкәй ҡыҙ һәм уларҙың дүртенсе сабыйға ауырлы әсәһе зыян күрә. Ғаилә башлығы был ваҡытта вахтала эштә була. Бигерәк тә ҡыҙҙары Нурсилә Исламғолова янғын ваҡытында ныҡ зыян күрә. Ҡыҙҙы фалиж һуға - ул ҡулдарын, аяҡтарын һәм хатта күҙҙәрен хәрәкәтләндерә алмай.
Яңы өйҙә сыҡҡан янғындың сәбәбе - газ плитәһенең төҙөк булмауы, тигән һығымта яһаған тикшереүселәр. Көслө шартлауҙан һуң ҡатын балалары менән өйҙән сығырға маташа, әммә ут бик тиҙ тарала. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала килһә лә, "ҡыҙыл әтәс" ялмап алған ҙур йорттан бер ни ҡалмай.
- Ул көндө, 2024 йылдың 25 мартында, Силәбе өлкәһендә вахтала булдым. Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләйем. Кисен дуҫтарым миңә шылтыратып, йортобоҙ янып юҡҡа сыҡҡанын әйтте. Ҡатыным алты айлыҡ ауырлы ине. Төндә үк ҡайтып киттем, өс сәғәттән реанимация янында инем. Газ шартлай, балаларҙың береһен көслө тулҡын диван менән бергә күтәреп алып урамға ташлай. Иң ҙур зыян күргәне өлкән ҡыҙыбыҙ Нурсилә булды, был ваҡытта ул әсәһе менән бергә газ плитәһе шартлаған кухняла булған. Әсәһе уны урамға сығарған, ләкин Нурсилә бәләкәй һеңлеләрен ҡотҡарыу өсөн ут ялмап алған өйгә кире ингән. Һөҙөмтәлә уның тәненең яртыһынан ашыуы бешкән ине, тын юлдары һәм күҙҙәре ныҡ зыян күрҙе, - тип хәтерләй Юлдаш Сәғит улы.
Утта зыян күргән әсә һәм ҡыҙҙары дауаханаға оҙатыла. Ауыр хәлдә булыу сәбәпле, уларҙы квалификациялы ашығыс рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Республика тән бешеү үҙәгенә ебәрәләр.
Әсәләре Гөлсибәр Исламғолова әйтеүенсә, ҡыҙҙың ҡул һәм аяҡтарындағы ауыр йәрәхәттәр хәрәкәт итеүҙе сикләй.
- Ҡыҙымдың ауыртыу-һыҙланыуҙарын күреп, бер нисек тә ярҙам итә алмауым өсөн йән әсей. Хәлен бер нисек тә еңеләйтә алмайым, - ти әсә.
Ярай ошондай ҡыйын мәлдә ғаилә яңғыҙ ҡалмай. Туғандары ярҙам итә, торлаҡ төҙөүгә аҡса йыйыуҙы ойоштора. Исламғоловтарға дауаланыу өсөн дә байтаҡ аҡса талап ителә.
Янғында зыян күргән күп балалы ғаиләгә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам ҡулын һуҙа. Йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев тәне ныҡ бешкән ҡыҙҙы реабилитациялау сығымдарын үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итә. Екатеринбург ҡалаһына ике тапҡыр реабилитацияға барыуына булышлыҡ итәләр.
- Был ғаиләгә төшкән ҡаты һынау тураһында белгәс, битараф ҡала алманыҡ. Бындай ауыр йәрәхәттәрҙән һуң реабилитация ҙур көс һәм финанс талап итә. Беҙ ҡыҙҙы Екатеринбургтағы “Доктор Волкова” реабилитациялау үҙәгенә ебәрҙек, унда ауыр йәрәхәттәрҙән һуң пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булған юғары класлы белгестәр эшләй. Айлыҡ дауалау программаһы уның һауығыуына мөһим аҙым буласаҡ. Ҡыҙыҡай иркен хәрәкәт итә башлар тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Таһир Бәхтигәрәев.
Дауахананың баш табибы Ирина Волкова Нурсиләнең тәне ныҡ бешеүе, өс ай Өфөлә ауыр хәлдә реанимацияла ятыуы, тире күсереү буйынса 13 ҡатмарлы операция үткәреүе хаҡында хәбәр итә. Тән бешеүе - үҙе ауыр осраҡ, ә хәл аутоиммун сир башланыуы арҡаһында тағы ҡатмарлаша. Өфө табиптары тырышлығы менән ҡыҙыҡай иҫән ҡала.
-Беҙҙең үҙәккә атаһы ҡыҙын күтәреп индерҙе, ул йөрөмәй ине. Нурзиләнең бөтә һыҙланыуҙарын сабыр ғына күтәреүе, процедураларҙа ауыртһа ла, шым ғына илауы, йәшәүгә көсө һоҡландырҙы. Атаһы ҡыҙын ныҡ тәрбиәләне. Тәүге реабилитация курсын үтеп, улар өйгә ҡайтты һәм табиптарҙы бөтә күрһәтмәләрен үтәүҙәре арҡаһында ҡыҙыҡай аяҡҡа баҫа башланы. Икенсе курсҡа килгәндә баланың хәле күпкә яҡшырған ине. Беҙҙең табиптар уны ныҡ ярата һәм ғәҙәти тормошҡа ҡайтһын өсөн барыһын да эшләй, - тине Ирина Волкова.
-Екатеринбург дауаханаһы табиптарына ныҡ рәхмәтлебеҙ. Ҡыҙыбыҙ хәрәкәт итә алмай ине, реабилитация курсынан һуң атлай башланы. Янғында ул ныҡ зыян күргәйне, сөнки шартлау мәлендә плитәгә иң яҡыны ул булған һәм урамға сыҡҡас та, иң бәләкәй һеңлеһен таба алмай, уны ҡотҡарыу өсөн өйгә кире ингән. Мин реанимацияға барғас, Нурзиләнең башы, күҙҙәре, тотош тәне ныҡ бешкәнен күрҙем, - ти Юлдаш Исламғолов.
"Дауалау үҙ һөҙөмтәһен биргәненә ысын күңелдән шатбыҙ һәм был дауаланыу курсы ҡыҙға үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәр, барыһы ла мотлаҡ яҡшы булыр тип ышанабыҙ!” – ти йәмғиәт етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә.
Сығанаҡ: Салауат яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!