Йәмғиәт
30 Октябрь 2025, 14:15

Шундай һауа торошона әҙер тороғоҙ

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: бөгөн төндә һәм иртән...

Шундай һауа торошона әҙер тороғоҙШундай һауа торошона әҙер тороғоҙ
Шундай һауа торошона әҙер тороғоҙ

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо тураһында иҫкәртә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төндә һәм 31 октябрь иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡуйы томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да әҙерәк ара булыр тип күҙаллана.

Иртәгә көн болотло, көндөҙ асылып та китә. Урыны менән ямғыр яуа, төндә көнсығышҡа табан китә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә 0...+5 градус, көндөҙ +3...+8 градус.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас