Йәмғиәт
30 Октябрь 2025, 17:30

Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды.

Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?
Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре – социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш сәфәре менән булды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Эмиль Шәймәрҙәнов - Башҡортостандағы иң йәш муниципалитет етәксеһе. Уның был вазифала эшләүенә ошо көндәрҙә бер йыл тулды. Әйткәндәй, Эмиль Владиславович вазифаға тәғәйенләнгән көндө үк трибунанан уның өсөн иң төп бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү икәнлеге тураһында белдерҙе һәм эш башлаған көндәрҙә үк ул, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып, яҡташ яугирҙәр янына юлланды. Бөгөн дә стәрлетамаҡтар яугирҙәребеҙҙе ярҙамдан өҙмәй.

Бынан тыш, бөгөн Эмиль Владиславович менән әңгәмәлә һүҙ ҡала иҡтисады, белем биреү, төҙөкләндереү һәм башҡалар тураһында барҙы. Был әңгәмә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башҡа мәҡәләләр менән “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?
Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?
Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?
Стәрлетамаҡтар нисек йәшәй?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас