Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2025, 18:15

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен

Радий Хәбиров республика халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен

31 октябрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

Беҙ берҙәмлегебеҙҙе раҫлау, ошо минуттарҙа Рәсәйҙе яҡлаған геройҙарға ярҙам итеү өсөн йыйылдыҡ. Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватанды йәнә иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен иҫбатлай. Ниндәй генә ҡурҡыныс булып күренмәһен, һәр дошманды еңеп сыға. Шулай булды, шулай бар һәм шулай буласаҡ, – тине ул.

Радий Хәбиров заманса шарттарҙа республиканың динамик үҫешен билдәләне.

– Башҡортостан ышаныслы алға бара. Сәнәғәт үҫә, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Кешеләрҙең социаль хәле яҡшыра. Беҙ Ватандың оборона ҡалҡанын нығытыуға ҙур өлөш индерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Хөрмәтле дуҫтар, республикабыҙ киләсәктә лә сәскә атыуы, хәүефһеҙ йортобоҙ, беҙҙең, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн туған һәм яҡын булыуы тик үҙебеҙҙән тора. Төрлө халыҡтар, дин кешеләре берҙәм һәм татыу йәшәгән йорт, унда изгелек, хәстәрлек һәм үҙ-ара ярҙам итешеү өсөн урын бар.

Башҡортостан Башлығы хеҙмәт коллективтарына һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте, республика халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Хеҙмәтегеҙ, мөһим эштәрегеҙ менән дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ яугирҙәр өсөн бик мөһим, ул уларҙың рух көсөн һәм алға барырға тәүәккәллеген нығыта. Һәр яугирҙең батырлығы алдында баш эйәм. Уларҙың туғандары һәм яҡындары һәр ваҡыт беҙҙең иғтибарыбыҙ менән уратып алынасаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа ысын геройҙар. Берегеҙ ҙә ҡаушап ҡалманы, берегеҙ ҙә ҡулдарын төшөрмәне. Ил, йәмғиәт ҡаршы торҙо. Беҙ, берләшеп, Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк иттек. Һәр ваҡыт шулай буласаҡ! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем! Тыуған Башҡортостаныбыҙға һәм Бөйөк Рәсәйебеҙгә тыныслыҡ һәм сәскә атыуын теләйем!

Сығышы аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Рәмис Хәмиз улы ХӘКИМОВ “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды.

– Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ошо юғары исем алыуым - икеләтә байрам. Мин театрҙа 17 йыл эшләйем, ошо осорҙа оркестр артисы ғына түгел, ә спектаклдәргә композитор булараҡ та ижади төркөм менән бергә эшләй башланым. Режиссер Айрат Абушахманов менән берлектә ете спектаклгә көй яҙҙым, Зиннур Сөләймәнов менән  ике спектакль сығарҙыҡ. Театрҙан тыш Урта махсус музыка колледжында баян класы буйынса уҡытам. Сәнғәт менән яҙмышымды бәйләүем менән бәхетлемен, миңә һөнәр биргән уҡытыусыларыма, атай-әсәйемә ныҡ рәхмәтлемен. Минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн театр етәкселегенә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә оло рәхмәт, – тине Рәмис Хәкимов.

Тантаналы сараны республиканың ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының концерты дауам итте.

***

Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы байрамдың ил һәм төбәк өсөн ни өсөн бик мөһим булыуын һөйләне:

– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар, төрлө телдәрҙәге, мәҙәниәттәге, диндәге кешеләр дуҫлығы, сөнки был бик ҙур байлыҡ, уны һаҡларға кәрәк. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң мәғәнәһе – берҙәмлектә, татыулыҡта, изгелектә, үҙ-ара ярҙам итешеүҙә.

Бүләкләнеүселәр исемлеге: 

https://glavarb.ru/upload/iblock/f19/xmu1om0wg77jgeorcw1t5x4tn14n4u1w/Spisok-nagrazhdyennykh-_1_.pdf 

Фото: /glavarb.ru/ru.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас