

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.
Бындай тантананың Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарылыуы сараға тағы ла ҙурыраҡ мәртәбә өҫтәне. Дәүләт һәм муниципаль органдары, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр орден һәм миҙалдар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Залға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, республика етәкселегенең тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.
– Беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы илебеҙҙе, республикабыҙҙы нығытҡан Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үҙен тыуған иленә хеҙмәт итеүгә арнаған замандаштарыбыҙҙы тәбрикләргә йыйылдыҡ, – тине парламент спикеры.
Айырым һүҙҙәрен ул Ватан һаҡсыларына арнаны. Уларҙың батырлығында дөйөм халыҡтың ярҙамын да иғтибарға алды.
– Бөгөн беҙҙең изге бурыс – Ватаныбыҙҙың суверенитетын һаҡлау. Ирекле һәм бойондороҡһоҙ илдә йәшәүгә, хеҙмәт итеүгә, балалар үҫтерергә үҙебеҙҙең хоҡуғыбыҙҙы яҡлау. Яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар намыҫ менән хәрби бурыстарын үтәй, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә беҙ һәр ваҡыт ышаныслы таяныс буласаҡбыҙ. Рәсәйҙең яңы төбәктәренә лә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Еңеүҙе яҡынайтыуға һәр беребеҙ ҡулынан килгәнсә үҙенең өлөшөн индерә, – тине Константин Толкачев.
Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып үтте.
– Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыусы Рәшит Ирназаров – тотош фәнни йүнәлеш – этносоциологияға нигеҙ һалыусы. Һеҙҙең 200-ҙән ашыу ғилми эшегеҙ республикабыҙ ҡала һәм райондарының социаль үҫеш пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ғәмәли ҡулланма булып тора. Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе Юрий Балабаның хеҙмәте лә быға тиклем хәрби наградалар менән билдәләнде. “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының урындағы бүлексәһенә етәкселек итеп, һеҙ йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Дәүләкәндең “Град” юнармия отряды остазы булараҡ, йәштәрҙә намыҫ өлгөһө тәрбиәләйһеҙ, – тине үҙенең сығышында һәм илебеҙ, республикабыҙ өсөн намыҫ менән хеҙмәт иткән байтаҡ замандаштарыбыҙҙы телгә алды.
Бер-бер артлы награда алыусыларға ҡарап, ошондай замандаштарыбыҙ тырышлығы, хеҙмәте менән республикабыҙ, илебеҙ нығыныуына, көсәйеүенә йәнә бер инанаһың.
– Һәр ҡайһығыҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтәһе килә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем, – тине Константин Толкачев осрашыу аҙағында.
Береһенән-береһе абруйлы наградаларға лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙың ҡайһылары менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты профессоры Михаил Бикмеев “ II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде. Ябай ғына ауылда үҫкән билдәле шәхес ул. Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында донъяға килә, тәүҙә үҙҙәрендә, һуңынан Шишмә районының Арыҫлан ауылы мәктәбендә белем ала. Өфөлә ябай һөнәр эйәһе булып хеҙмәт юлын башлай. “Башнефтезаводстрой” 1-се төҙөлөш идаралығында слесарь –монтажсы булып эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, хәрби училище, хәрби академия тамамлай, Генерал штабы курсында белем ала. Полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Байтаҡ йылдар Үзбәк ССР-ының Һырдаръя өлкәһендә хәрби комиссар урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
Отставкаға сыҡҡандан һуңғы яҙмышы Башҡортостан менән бәйле. Өфөнөң 130-сы мәктәбендә тарихтан уҡыта, алты йыл дауамында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тарих кафедраһында доцент була. Мәғарифты үҫтереү институтында ғына 17 йыл кафедра мөдире вазифаһын башҡара. Михаил Әхмәт улының 300-ләп ғилми публикацияһы бар. Бөйөк Еңеүҙең 75 һәм 80 йыллығы уңайынан китаптар сығарыуға ла өлгәшә ул.
– Минең фекеремсә, Башҡортостандың хәрби дан тарихы бик бай, – тине ул ғорурланып.
Уның ауылдашы, бөгөн Шишмә районы Советы рәйесе Хәлил Бикмеев та юғары наградаға – Халыҡтар дуҫлығы орденына эйә булды. Бер үк ваҡытта ул “Башкиравтодор”акционерҙар йәмғиәтенең Шишмә юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы начальнигы бурысын да башҡара. Мәктәп йылдары, Өфө автотранспорт техникумында һөнәр алғас, армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң ул Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтында иҡтисад йүнәлеше буйынса уҡый. “Нефтепроводмонтаж” тресының 10-сы автобазаһында төрлө вазифалар башҡара, механик һөнәренән алып автобаза начальнигына тиклем күтәрелә. 25 йыл дауамында ошо ойошмала эшләй. 2002 йылдан автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, төҙөү системаһында эшләй. Әңгәмәсемдең дөйөм хеҙмәт стажы 50 йылға етә.
– Республикабыҙҙы күп милләтле халыҡ төйәк иткән һәм улар татыу, дуҫ йәшәй. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Халыҡтар дуҫлығыорденын алыуым ҡыуаныслы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа хеҙмәтемде юғары баһалағаны өсөн ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләйбеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, – тине ул.
Тағы ла бер наградланыусы – Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры Лена Мөхөтдинова. Ул Ҡырым лукаһы миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙ 2022 йылдан 2024 йылға тиклем 1 йыл 5 ай дауамында табип-педиатр , неонатолог булараҡ Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала булған. Уның дөйөм медицина стажы 35 йылдан ашып китә. Лена Риф ҡыҙының быға тиклем алған наградалары ла байтаҡ. “Луганск Халыҡ Республикаһының рәхмәтле халҡынан” почет билдәһе, Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм башҡалар яҡташыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте тураһында һөйләй.
Байрам алдынан наградланыусылар араһында хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең йыйыу буйынса операторы Миңһылыу Сәлимгәрәеваға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылыуын айырыуса ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек. Йәшләй генә Матбуғат йортона эшкә килеп, ғүмер буйы матбуғатҡа тоғро хеҙмәт итә ул. Тәүҙә типографияла йыйыу цехында эшләй. “Башҡортостан” гәзитендә компьютер бүлеге асылғас, заман технологияларын үҙләштереп, яңы һөнәргә ең һыҙғанып тотона. “Башҡортостан” гәзитендә генә ул 32 йыл хеҙмәт итә. Журналистарҙың ғәҙәти мәҡәләләрен генә түгел, билдәле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әллә күпме әҫәрҙәрен баҫа, күптәренең тәүге уҡыусыһы ла була. Был йәһәттән әҙиптәргә кәңәштәрен дә урынлы ғына итеп әйтеп ебәрә Миңһылыу Рәхимйән ҡыҙы. Яҙыусылар ҙа йыш ҡына уның кәңәшенә ҡолаҡ һала.
– Эшемде яратып, күңел һалып башҡарам. Оҙаҡ йылдар ижади мөхиттә эшләүемдең сәбәбе лә ошо. Хеҙмәтемә юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәтлемен, – тине хеҙмәтәшебеҙ.
Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев бөгөн ”Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. 42 йыл педагогияға хеҙмәт итә ул. Шуның 32 йылы мәктәп директоры вазифаһында.
– Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Бала яҡшы уҡыһа, “бишле” алып һөйөнә бит, ошондай награда алыу минең хеҙмәткә лә “бишле” ҡуйған һымаҡ булды. Эшемде баһалағаны өсөн республика, район етәкселегенә рәхмәт, – тине ул.
Үҙенең һөнәрендә файҙа килтергән ошондай хеҙмәт алдынғылары менән көслө республикабыҙ. Улар күберәк булған һайын илебеҙ нығый, көсәйә.
Автор фотолары.