Йәмғиәт
1 Ноябрь 2025, 18:45

Апһындар татыу булһа...

Әйткәндәй, апһындарҙың икеһе лә им-том менән шөғөлләнә. Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға, ә Гөлгөнә Шәриф ҡыҙы ноҡот һала.

Апһындар татыу булһа...Апһындар татыу булһа...
Апһындар татыу булһа...

Баймаҡ районы Һәмән ауылында ут күрше генә булып йәшәгән Фәриҙә һәм Гөлгөнә Асҡаровалар үҙҙәренең татыулығы һәм бөгөнгә тиклем бергә аралашып йәшәүҙәре менән иғтибарға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.

Әйткәндәй, апһындарҙың икеһе лә им-том менән шөғөлләнә. Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға, ә Гөлгөнә Шәриф ҡыҙы ноҡот һала.

Алдан яҙып үтеүемсә, апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәргә тағы ла шуны өҫтәр инем: апһындар бер уйҙан, бер теләктән булһа, йәнә икеһе лә матур йырлаһа, аш та етә, табындар ҙа мул була, күңелдәре тулы йыр-моңға тулып, йәшәйештәре матур, үҙҙәре – татыу, күңелдәре һәр саҡ йәш ҡала.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас