

“Вера” хоспистарға ярҙам фонды Т-Банктың “Изгелек курсы” хәйриә проектына ҡушыла. 30 ноябргә тиклем фондҡа Т-Банк клиенттарынан килгән ярҙам аҡсаһын банк үҙ аҡсаһы иҫәбенә икеләтә арттыра. Был 100 һум – 200-гә, ә бер миллион һум ике миллионға әйләнә тигәнде аңлата. Проектта бынан алда ҡатнашҡан фондтар 40 миллиондан ашыу аҡса йыя алған, ә банк сумманы 80-гә тиклем арттырған!
Башҡортостанда ярҙамды Өфө хосписына йүнәлтергә планлаштыралар. Иғәнә икеләтә арттырылһын һәм артабан республикала паллиатив ярҙамды үҫтереүгә йүнәлтелһен өсөн, Т-Банк клиенттарына һылтанма буйынса күсеп, иғәнә ебәрергә кәрәк:
https://friend.fondvera.ru/events/drugoe/pomoshch-ufimskomu-khospisu 36634/
Өфө хосписы дауалап булмаҫлыҡ ауыр сирле өлкәндәрҙең һәм балаларҙың тормошон уңайлыраҡ итергә ярҙам итә, пациенттарҙы ғына түгел, уларҙың ғаиләләрен дә хәстәрлек менән солғай.
Өфө хосписы башлыса битараф булмағандарҙың һәм ойошмаларҙың ярҙамы менән йәшәй. Ошо йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йәшәгән мохтаждар өсөн медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, кәрәкле материалдар, аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн 9 миллион 200 мең һум аҡса кәрәк. Быны дәүләт аҡсаһы иҫәбенә генә ҡапларға йәки туҡтатып торорға мөмкин түгел. Паллиатив ярҙам – ул бергә булдыра торған стандарт.
Рәүилә Ғатауллина әҙерләне.
Фото: vk.com/ufa.hospice
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!