Йәмғиәт
2 Ноябрь 2025, 06:15

Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул

Златоустар Башҡортостан Республикаһы көнөн матур итеп билдәләгән.

Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды улБик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул

Күршеләребеҙ ҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн матур итеп билдәләгән.

1 ноябрь Силәбе өлкәhе Златоуст ҡалаhында Башҡортостан Республикаhы көнөнә hәм бөйөк яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 108 йыл тулыуға арналған матур байрам сараһы үтте. Уны урындағы башҡорт ҡоролтайы һәм башҡорт-татар мәҙәниәте үҙәге менән берлектә "Металлург" мәҙәниәт йорто ойошторҙо.

Ҡунаҡтарҙы фойела уҡ милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. Тамашаны Златоуст ҡала округының башҡорттар ҡоролтайы етәксеһе Лена Әнүәретдин ҡыҙы Мөтиғова ике телдә - башҡортса һәм русса - алып барҙы.

Тәүҙә ул ҡунаҡтарға Башҡортостан Республикаhының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, шулай уҡ  флаг, герб, Урал эпосы, башҡорт бренды - башҡорт балы, халҡыбыҙ батыры Салауат Юлаев, иң боронғо ҡала - Арҡайым тураһында бәйән итте.

Рәсәйҙәге иң тәүге техник юғары уҡыу йортона нигеҙҙе  Башҡортостан сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов hалыуы hәм уға 1792 йылға тиклем бар яҡлап ярҙам итеүе тураһында ла белде йыйылған халыҡ. (Ул хәҙер Санкт-Петербург дәүләт тау институты тип йөрөтөлә).

Кисәнең матур өлөшөндә моңло-дәртле йырҙар тыңлап хисләнде лә, сағыу бейеүҙәр ҡарап дәртләнде лә,  уҡыусылар яттан һөйләгән Мостай Кәрим шиғырҙарын тыңлап әҫәрләнде лә  тамашасылар.  Музыкаль сығыштарҙы “Мираҫ” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары “Сәләм" йыры менән башлап ебәрҙе. Бигерәк тә бәләкәс кенә ҡыҙҙар башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүҙәре, йырҙары күңелдәргә үтеп инде.

Осрашыу халыҡ мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған йылы мөхиттә барҙы.

Милләттәштәребеҙҙе берләштергән ошондай йөкмәткеле байрам-саралар йышыраҡ булhын ине тип, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты тамашасылар.

Афарин, златоустар!

Автор: Гөлгөнә Мозафарова.

Фото: Гөлгөнә Мозафарова.

 

Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Бик йылы һәм йөкмәткеле осрашыу булды ул
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас