

Башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың “ЕЛКӘН” бишенсе асыҡ телевизион конкурсы мөһабәт финал һәм Гала-концерт менән тамамланды.
Ун ике бала-финалист Башҡортостандың баш дирижеры Дмитрий Крюков идара итеүендәге Дәүләт академия симфоник оркестры оҙатыуында уйнаны.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев финалсыларҙы еңеү менән ҡотланы һәм ойоштороусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҙур һөҙөмтә өсөн рәхмәт белдерҙе.
“ЕЛКӘН”-дең әһәмиәте бер ваҡытлы ғына түгел, ул оҙайлы һәм фундаменталь, – тине “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Был күп ҡатлы һәм ҡатмарлы проектты беҙҙең менән бергә ойошторғандарға барыһына ла ҙур рәхмәт!”
«ҠЫЛЛЫ ИНСТРУМЕНТТАР» НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын – Даниэла Буслаева, скрипка
Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Лилиә Ғәбиҙуллина, Өфө ҡалаһы.
2-се урын – Мәликә Хәйрисламова, скрипка
Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Анна Рыбакина, Өфө ҡалаһы.
3-сө урын - Сәминә Сәләмова, виолончель
Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Светлана Сафрошкина.
«ТЫНЛЫ ИНСТРУМЕНТТАР» НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын - Элина Ғафарова, саксофон
Учалы ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Фәрит Ҡунаҡҡужин.
2-се урын - Ростислав Бобрик, кларнет
Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Руслан Вәлиев, Өфө ҡалаһы.
3-сө урын - Демид Вәлиев, саксофон
Учалы ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе, педагог Фәрит Ҡунаҡҡужин.
«ФОРТЕПИАНО» НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын - Аделия Зарипова
Урта махсус музыкаль колледж, педагог Татьяна Погодина.
2-се урын - Полина Альшевич
Өфө ҡалаһының 11-се балалар музыка мәктәбе, педагог Вера Тимошенко.
3-сө урын - София Зарипова
Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, педагог Тәнзилә Мусауарова.
«ХАЛЫҠ ИНСТРУМЕНТТАРЫ» НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын - Иҙел Вәсфиев, баян
Өфө ҡалаһының 8-се балалар музыка мәктәбе, педагог Ләйсән Хәйрисламова.
2-се урын - Эрнест Йосопов, баян
Өфө ҡалаһының Ә. Исҡужина исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, педагог Зөһрә Теләпова.
3-сө урын - Динислам Шаһиев, ҡурай
Учалы районының Ҡунакбай балалар сәнғәт мәктәбе, педагог Шәфҡәт Йосопов.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!