Йәмғиәт
1 Ноябрь 2025, 19:10

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы

Баймаҡ районының Һәмән ауылынан 83 йәшлек Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға.

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулыМейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы

Баймаҡ районының Һәмән ауылынан 83 йәшлек Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға.

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.

Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.

Мейе ҡағыу халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарының береһе һанала. Күп ауылдарҙа мейе ҡаҡҡан (төшөргән) инәйҙәр булған. Күптәр уны мейеһе төшкән, ауған, шылған ти. Ундай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мейене үлсәп, ҡағып ебәрһә, шунда уҡ күҙҙәр асылып киткәндәй була. Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр тайып йығылып, мейемде төшөрөп, имселәргә мөрәжәғәт иткәнем бар.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Һәмән ауылынан 83 йәшлек Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға.   "Мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәйем, барыһын да ҡабул итәм. Сабыйҙарҙы нисек йәлләмәй, кире бораһың", - ти ул.

Доғалар уҡып, мейе ҡағып, сабыйҙарҙың өсйәнен имләгән, ҡот ҡойған инәйҙең ҡылған изге ғәмәлдәре барыһына ла килешһен, ҡулдарының шифаһын бирһен.
Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan

 

 

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас