

Рөстәм Нәбиев был спорттан ни өсөн китеүе тураһында аңлатҡан
Блогер, йәмәғәтсе Рөстәм Нәбиев адаптив бодибилдингта карьераһын тамамлауы тураһында яҙҙы. Ул һуңғы тапҡыр Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, дүртенсе урын яуланы.
Нәбиев конкуренцияның ҙур булыуын, шуның өсөн дә әлеге һөҙөмтәнән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Турнирҙа төбәк һәм халыҡ-ара ярыштарҙа үҙҙәрен күп һынаған тәжрибәле атлеттар ҡатнашҡан. Блогер әйтеүенсә, ул ярышҡа әҙерлеккә бар көсөн һалған һәм спорт йәмғиәтенең бер өлөшө булғанлығы менән ғорурлана.
Спорттан китеүенең төп сәбәбе һаулыҡҡа бәйле. Юғары кимәлдәге ярыштарға әҙерләнеү өсөн организм көсөргәнештәрҙе күтәрә алмай башланы, ҡаҙаныштар яулар өсөн тағы ла үҙемде ҡорбан итергә әҙер түгелмен, ти ул.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.