Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 16:30

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса...

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, бөгөн төндә һәм иртәгә көндөҙ көн болотло була, ямғыр, көнсығышҡа табан ҡар ҡатыш, яуа. Ел көньяҡ- көнбайыштан, көнбайыштан секундына 12 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +1...+4, көндөҙ +2...+7 градус.

Төндә һәм иртән республиканың көньяғында юлдарҙа боҙлауыҡ. Айырым урындарҙа яуым-төшөм ваҡытында күреүсәнлек насарая, 1-2 километрға тиклем.

Төндә һәм таңда юлдарҙа тайғаҡ, томан төшә.

Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ!

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас