Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 18:00

Аҡсағыҙҙы бәрәкәтле ҡулланыу өсөн кәңәштәр

Ризыҡ һатып алып, уның сүп биҙрәһенә осоуына юл ҡуймайыҡ

Аҡсағыҙҙы бәрәкәтле ҡулланыу өсөн кәңәштәрАҡсағыҙҙы бәрәкәтле ҡулланыу өсөн кәңәштәр
Аҡсағыҙҙы бәрәкәтле ҡулланыу өсөн кәңәштәр

Байрамдарға, ҡунаҡ килеүгә өҫтәлгә артығы менән һый ҡуйыу ғәҙәткә ингән. Артып ҡалһа ҡалһын, иң мөһиме етмәй тормаһын, тип тә ебәрәбеҙ. Яңы йыл байрамына ла күрмәҫтәй булып аш-һыу әҙерләп, бер-ике көндән боҙолғас, әллә күпме ризыҡ сүп биҙрәһенә оса. Байрамдарҙа ғына түгел, ғәҙәти көндәргә лә бындай күренеш ят түгел. Ярты икмәкте ашаһаҡ, иҫкерҙе тип, яңыһын алып ҡайтабыҙ. Ашалып бөтмәгәне йә малға, йә сүп биҙрәһенә эләгә.

Ашалып бөтмәгән ризыҡ – ул үҙебеҙҙең аҡсаға һатып алынған аҙыҡ-түлек. Тимәк, ошо рәүешле аҡсабыҙҙы ла елгә осорабыҙ. Нисек итеп аҙыҡ-түлекте күпләп ташлау ғәҙәтенән арынырға? Ғәҙәттә, ашауға эш хаҡының арыу ғына өлөшө китә. Аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаны алдан планлаштырмаһаң, тотош хеҙмәт хаҡыңдың  йотолоуы ихтимал. Мәҫәлән, яҡынса айлыҡ сығымды иҫәпләп,  бүлеп ҡуйыу һәм шул сумманан сыҡмаҫҡа тырышыу тик файҙа бирә.

Магазинға йыш йөрөмәү, барған саҡта кәрәкле нәмәләрҙең исемлеген төҙөү ҙә  төрлөһөн  тейәп ҡайтыуға юл ҡуймаҫ. Икмәк кенә алам тип кергән осраҡта ла кәрәге тейер тип тейәнеп сығыу осраҡтары һәр берегеҙгә лә таныштыр. Тағы ла бер мөһим кәңәш тураһында онотмағыҙ: магазинға ас килеш барыу ҙа аҡсағыҙҙың күп сарыф ителеүенә булышлыҡ итер. Сауҙа нөктәһендә ҙур арба менән йөрөү ғәҙәтенән дә арынығыҙ, тегеһе лә кәрәк, быныһы ла тип, уны тултырғанығыҙҙы һиҙмәҫһегеҙ.

Хәҙер күптәребеҙ карта менән иҫәпләшеүгә күсеп бөттө. Сикле күләмдә ҡулаҡса менән магазинға юлланыу ҙа аҡсағыҙҙың һыу кеүек китеүенән һаҡлар, сөнки һеҙ артығын ала алмаясаҡһығыҙ.

Ашалмай ҡалған осраҡта ла ризыҡтың боҙолоуына юл ҡуйырға тырышмағыҙ. Ҡайһыларын туңдырғысҡа һалып ҡуйып та һаҡлап булалыр.

Күп итеп бешергән ризыҡты контейнерға һалып эшкә алырға ла йыбанмағыҙ. Шулай иткәндә төш мәлендә ашханаға тигән аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡалыр.

Әгәр ниндәйҙер байрамдан һуң әҙерләнгән ризыҡты ашап бөтә алмаҫығыҙҙы тойһағыҙ, уны тәмле сағында күршеләрегеҙгә бирергә тырышығыҙ. Бәлки, эргәгеҙҙә бешеренергә мөмкинлеге булмаған оло йәштәгеләр йәшәйҙер.

“Ҡөрьән ашына тип  күп итеп әҙерләнгән аҙыҡты килгән ололарға таратам. Был ризыҡ һеҙҙең өсөн әҙерләнде, уңайһыҙланмай алығыҙ тип әйтәм”, – тигәйне бер хәҙрәт. Ысынлап та, үҙҙәренә ашарлыҡ ҡына ҡалдырып, ҡалғанын башҡаларға биреү сауап  бит. Улар,  өйҙәренә ҡайтҡас, яҡындары менән тағы ла бер ултырып сәй эсеп рәхмәт уҡый.

Иң мөһиме – аҙыҡ-түлек исраф ителмәй.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас