Йәмғиәт
10 Ноябрь 2025, 11:15

Быйыл да беҙҙең үҙәктәр иң яҡшылар рәтендә

Стәрлетамаҡтан Күп функциялы үҙәк белгесе Кристина Мортазина Башҡортостан Башлығының Рәхмәтенә лайыҡ булды. 

Быйыл да беҙҙең үҙәктәр иң яҡшылар рәтендәБыйыл да беҙҙең үҙәктәр иң яҡшылар рәтендә
Быйыл да беҙҙең үҙәктәр иң яҡшылар рәтендә

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы Күп функциялы үҙәк филиалының операциялар залы баш белгесе Кристина Мортазинаға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге” Бөтә Рәсәй конкурсында “КФҮ-ның иң яҡшы универсаль белгесе” номинацияһында еңеүсе булды.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәй конкурсының тағы ике номинацияһында еңеү яуланы. “Илдәге иң яҡшы ҙур төбәк КФҮ селтәре” категорияһында Өфөлә, Бәләбәйҙә, Талбазы һәм Ҡариҙел ауылдарында күп функциялы үҙәктәрҙең офистары лидер булды. Ә “КФҮ-ның иң яҡшы проекты” номинацияһында “Студенттан алып күп функциялы үҙәктең атҡаҙанған хеҙмәткәренә тиклем” республика башланғысы билдәләнде.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге конкурстың өс номинацияһында ла Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән иң яҡшыһы булды.

"Был уңыш – КФҮ-ны камиллаштырыу буйынса алып барылған күләмле эштең законлы һөҙөмтәһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ яҙмаһында. – Йыл һайын күп функциялы үҙәктәргә өс миллиондан ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Уңайлы булһын өсөн уңайлы офистар асабыҙ, хеҙмәттәр исемлеген киңәйтәбеҙ, шул иҫәптән электрон төрҙә лә алырға мөмкин".

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас