

Егәрлеләрҙең йорттарында был осорҙа ҡаҙ өмәләре тынмай. Боронғоса туған-тыумасаны саҡырып, күмәкләп эшләгәндәр айырыуса һоҡландыра.
Бүздәк районына эш сәфәре мәлендә Ҡаңны-Төркәй ауылында ошолай күмәкләшеп ҡаҙ өмәһе уҙғарған уңғандарға тап булдыҡ. Был тәүге өмә түгел икән. Флүрә менән Ришат Мөхәмәтовтар йыл һайын ҡош-ҡорт аҫрап үҫтерә. Үҙҙәре Туймазы ҡалаһында йәшәһәләр ҙә, йыл һайын йәйгелеккә Флүрә апайҙың тыуған йортона ҡайталар. Май айынан октябргә тиклем ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. Беҙ барғанда ғаилә башлығын ғына күреп-һөйләшеү форсаты теймәне.
Флүрә Хәкимйән ҡыҙы әйтеүенсә, былтыр улар 55 ҡаҙ үҫтергәндәр, быйыл уларҙың һаны 33-кә етә. Ҡаҙ менән генә сикләмәгәндәр, 15-ләп өйрәк, 50-ләп бройлер тауыҡты ла таҙартып туңдырғысҡа һалып ҡуйғандар.
–Ҡаҙҙар быйыл да уңды. Ихата тулы йәшел үлән, эргәлә генә Сәрмәсән йылғаһы аға. Һыуҙа йөҙөп, кинәнеп үҫтеләр. Ҡарау, ашатыу яҡшы булһа, улар бирешмәй. Балаларҙың, туғандарҙың да ризығына яҙһын, – тип шатланып һөйләне хужабикә.
Хәҙер 10 йыл хаҡлы ялда булһа ла, эшкә лә өлгөрә, хужалыҡта ҡош-ҡорт үҫтерергә лә тырыша уңған ханым. Атай йортона ҡайтыуы күңелгә көс-ҡеүәт өҫтәүе тураһында ла белдерҙе.
– Ошо өйҙө мин 9-10-сы класта уҡығанда һалғайныҡ. Минең өсөн бик ҡәҙерле был йорт. Биш бала үҫкәйнек, апайым менән генә ҡалдыҡ. Атай-әсәйем дә күптән мәрхүм. Ошондай өмәләргә һәр ваҡыт туғандар, килендәр, ҡоҙасалар менән күмәкләп йыйылабыҙ. Бер-береңә шулай ярҙам итеү электән ҡалған йола, – тип һөйләне Флүрә апай.
Ҡаҙҙың йөнөн дә әрәм итмәйҙәр. Йыуып, уларҙан мендәрҙәр яһайҙар.
Ауылдағы тормошҡа йәм-ҡот өҫтәй туғандарҙы туплаған ошондай ҡаҙ өмәләре.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!