Йәмғиәт
10 Ноябрь 2025, 11:30

"Тәнемә аҡ таптар сыҡты: дауа белмәйһегеҙме?"

Ҡайғыра Сәлимә, ныҡ ҡайғыра. Ә табип уны үҙенсә тынысландырған да ҡуйған... 

"Тәнемә аҡ таптар сыҡты: дауа белмәйһегеҙме?""Тәнемә аҡ таптар сыҡты: дауа белмәйһегеҙме?"
"Тәнемә аҡ таптар сыҡты: дауа белмәйһегеҙме?"

Сирҙең бәләкәйе йәки ҙуры булмай, тиҙәр. Үҙен хөрмәт иткән һәр кем һаулығына иғтибар итергә тейеш. Мәҫәлән, 30 йәшлек Сәлимәнең тәненә һис уйламағанда аҡ таптар сыҡҡан.

– Башта аҡ таптарҙың энә күҙәүендәй генә булыуы күҙемә салынғайны-салыныуын, әммә уға әһәмиәт бирмәнем, – тип зарын һөйләй Сәлимә ханым. – Аҙаҡтан инде ныҡ ҙурая башлағас, уларға иғтибар иттем. Ғөмүмән, бер ерем дә ауыртмай, аппетитым бар, йоҡлайым, ҡыҫҡаһы, үҙемде һау-сәләмәт тоям.

Ҡайғыра шул Сәлимә, ныҡ ҡайғыра. Кешеләр алдында шул тиклем уңайһыҙланыуы тураһында белдерҙе.

Күптәнге танышым, аҡ таптарҙың нимә булыуын асыҡлар өсөн, табипҡа йүгергән. "Витилиго ул, тире ауырыуы, был сиргә бер ниндәй ҙә дауа юҡ, аяғың-ҡулың бар, үҙ аҡылыңдаһың, сибәрһең, ғаиләңдәң уңыуыңды үҙең әйттең, шуға күрә борсолорға урын юҡ", – тип табип уны тынысландырған.

Әйткәндәй, витилиго Ер шарындағы халыҡтың 2 процентында бар. Табиптар әйтеүенсә, ул йылдан-йыл нығыраҡ тарала бара. Ә һеҙ, иптәштәр, уға дауа белмәйһегеҙме?

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас