Йәмғиәт
10 Ноябрь 2025, 10:00

“Ташлашайыҡ” тип егетенә хат яҙғайны...

Был хат өс кешенең яҙмышын үҙгәртте.

“Ташлашайыҡ” тип егетенә хат яҙғайны...“Ташлашайыҡ” тип егетенә хат яҙғайны...
“Ташлашайыҡ” тип егетенә хат яҙғайны...

Камил менән Рөстәмдең ҡайһыһын һайларға белмәй оҙаҡ өҙгөләнде Фәриҙә. Икеһе ике райондан, икеһе лә медицина университетында уҡыйҙар. Хатта йәшәгән ятаҡтары ла йәнәш кенә.

Фәриҙә тәүҙә үҙенең ауылдашы Камил менән дуҫлашты. Нимә генә эшләһә лә, ныҡлы терәге булды ул. Тормош юлдары ла бергә булыр һымаҡ ине. Фәриҙәнең бер туған ағаһына армиялағы хеҙмәттәше Рөстәм килгәс, ҡыҙҙың йөрәгендә бөтөнләй башҡа хистәр ҡабынды. Бөтә йөрәге менән ғашиҡ булды. Рөстәм дә һылыу ҡыҙға битараф ҡалманы. Фәриҙә башҡа ҡалала белем алғас, үҙ-ара хат аша аралаштылар. Ул ваҡытта мобиль телефондар ҙа юҡ ине.  

Камилдан да, Рөстәмдән дә хат өҙөлмәне. Буш ваҡыттарында Фәриҙә йәшәгән ҡалаға күрешергә килделәр. Ваҡыт уҙған һайын Фәриҙә Камилдың уның өсөн бары тик дуҫ булыуын, күңелендә бер ниндәй ҙә хистәр юҡлығын аңланы. Бер көндө ныҡлы ҡарарға килеп, уға араларҙы өҙөргә теләүе тураһында хат яҙҙы. Уның бөтә күңелен бары тик Рөстәм генә биләп алғайны.

Үкенескә ҡаршы, хәл бөтөнләй башҡаса килеп сыҡты. Камилға тигән хат яңылыш йәнәш урынлашҡан Рөстәмдең ятағына барып эләккән. Дөйөм ятаҡта бер урында өйөлөп ятҡан хаттар араһынан Рөстәм таныш почеркты әллә ҡайҙан күреп ҡала, үҙенә тип һөйөнә, ләкин уның бөтөнләй башҡа кешегә төбәлеүен аңлап, ғәжәп итә. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай хатты асып ҡарай һәм Фәриҙәнең үҙенән башҡа тағы ла бер егете барлығын аңлай. Алданған егет шул тиклем ныҡ ғәрләнә, Фәриҙә менән араһын да ҡыҙыулыҡ менән өҙөп ҡуя.

Камилға тигән хатты ҡабаттан йәбештереп, егет йәшәгән ятаҡҡа алып барып һала. Камил иһә был хатты уҡығас, уҡыуын ташлап бөтөнләйгә Себер тарафтарына сығып китә. Шулай итеп  Фәриҙә ике егетенән бер юлы ҡолаҡ ҡаға. “Һайланған — һаҙға, осраған — таҙға” тип белмәй әйтмәгән халыҡ.

Фәриҙә һайланып йөрөп,  ауылдарында тракторсы булып эшләгән Әхмәткә кейәүгә сыҡты. Башта ире ауыҙына ғына ҡарап торған һымаҡ ине, ләкин бик тиҙҙән холҡон күрһәтә башланы. Көнләшеп йөҙәтте ул Фәриҙәне. 30 йыл бергә ғүмер итһәләр, көнләшеп тауыш сығармаған көнө бик һирәк булғандыр. Уҡытыусы булып эшләгәс, арлашырға тура килә Фәриҙәгә. Эш буйынса коллегалары, уҡыусыларының аталары менән дә һөйләшергә ҡурҡты Фәриҙә.  Сөнки бының аҙаҡ бик ҡиммәткә төшөрөн белә ине.

Әхмәт эскән сағында булмаған сәбәпте сәбәп итеп, ҡул күтәреп йәберләне. Ире төшөрөп ҡайтһа, балаларын алып тиҙерәк ата-әсәһе йортона сығып йүгерҙе ҡатын. Бергә донъя көтһәләр ҙә, балалар үҫтерһәләр ҙә, ошо йылдар эсендә иренән бер тапҡыр ҙа “яратам” тигән һүҙ ишетмәне. Балалар үҫеп таралышҡас, үҙ-ара йылылыҡ бөтөнләй һүрелде.

Ғүмер буйы тынғыһыҙ эштә эшләү, холоҡһоҙ ир менән йәшәү эҙһеҙ үтмәне. Бер көндө инфаркт булып Фәриҙә дауаханаға эләкте. Йәһәтләп баш ҡалаға операцияға оҙаттылар. Операцияны кем эшләүенә Фәриҙә тәүҙә иғтибар итмәне. Икенсе көндө хәлен белергә аҡ халатлы Рөстәм килеп кергәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.

Рөстәм карьера юлын һайлаған булып сыҡты. Ул - билдәле кардиохирург. Ғаилә ҡормаған.

– Йәш саҡта ҡыҙыулыҡ менән хәл итәһең шул. Һинең башҡа егет менән дә йөрөүеңде белгәс, ныҡ ғәрләндем. Үҙемдең бәхетемдән баш тартҡаныма һуңынан үкенеп бөтә алманым. Тормошомдоң мәғәнәһен эшемдән табып йәшәүгә лә өйрәндем инде хәҙер, – тине Рөстәм.

Фәриҙә дауахананан ҡайтыуға уны ҡайғылы хәбәр көтә ине. Ире эскән килеш тәмәке тартып өйҙә ут сығарған, үҙе төтөнгә тонсоғоп үлгән. Ғүмер буйы йыйған донъялары шулай юҡҡа сыҡты. Фәриҙәнең үткән тормошо ла янып көлгә әйләнгән һымаҡ булды.

Тиҙҙән ул  ҡалаға  мәктәп-интернатҡа эшкә урынлашты. Йәшәргә урын бирелеүе уның өсөн бик ҡулай ине. Шулай итеп йәшәүҙән төңөлгәнендә яңы тормошҡа аяҡ баҫты.  

...Бөгөн уның телефонына һаулығын белешеп Рөстәмдән хәбәр килеп төштө. 30 йыл буйы ҡаты һүҙҙәрҙән ҡатҡан күңеленә йылы инеп киткән һымаҡ булды...

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас