Башҡортостандың автомобиль юлдарын ҡышын тәртиптә тотоу һәм йыйыштырыу өсөн 1,4 мең берәмек махсус техника йәлеп итеү күҙаллана. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков хәбәр итте.
Һүҙ трассаларҙы ҡарҙан таҙартыу һәм уларҙы боҙға ҡаршы эшкәртеү хаҡында бара. Башҡортостан биләмәһендә федераль автомобиль юлдарының оҙонлоғо – 863 километр, төбәк һәм урындағы юлдар – 23,8 мең километр. Подряд ойошмалары техника һәм ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын әҙерләүҙе дауам итә.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн күперҙәрҙә хәрәкәт тиҙлеген сикләгән 1 840 “Тайғаҡ юл” билдәһе ҡуйылған. Ә автомобиль трассаларында юғары урындарҙа ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән 1 083 йәшник ҡуйылған.
Республиканың ауыл һәм ҡалаларында юлдарҙы, ихата биләмәләрен һәм йәмәғәт урындарын таҙартыуҙа 5,6 мең кеше һәм 2,9 мең берәмек техника эшләйәсәк. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова муниципалитеттарҙың боҙға ҡаршы кәрәкле күләмдә материалдар әҙерләүен билдәләне.
Шулай итеп, муниципаль паркты иҫәпкә алғанда, республикала ҡар йыйыуға йәлеп ителгән техниканың дөйөм һаны 4,3 мең берәмеккә етәсәк.
Радий Хәбиров ҡышҡы осорҙа юл хеҙмәттәренең яуаплы эшләүе кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ 2026 йылдың яҙында буласаҡ соҡорҙарҙы ремонтлауға әҙерлекте башларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!