Әминә инәй тураһында Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һүрәтләмә яҙғайным. Ватан һуғышы яугиренең тол ҡатыны ине ул. Яҙмышы – китап яҙырлыҡ.
Тормош юлдашы Ибраһим менән 1938 йылда никахлашалар. Һуғыш башланыу менән ире фронтҡа саҡырыу ала. Ике йәшлек Иштуғанды күккә сөйөп яратып туйғас, кәләше менән икеһен ҡыҫып ҡосаҡлап: “Беҙ мотлаҡ еңеп ҡайтырбыҙ. Үҙеңде лә, улымды ла һаҡла, аҡҡошом минең”, – ти Әминәһенә.
“Аҡҡошом минең!” Ул кәләшенә гел шулай тип өндәшергә яратҡан. Аҡ йөҙлө, нәфис муйынлы, бейеүселәр кеүек ҡупшы атлаған Әминәне бер күреүҙән оҡшатып, яусы ебәрә Ибраһим. Ысынлап та, өс йыл ире янында аҡҡош кеүек наҙланып йәшәү бәхетен татый йәш ҡатын. Һәм шул бәхет бер көн килеп селпәрәмә килә...
Ирен оҙатҡанда Әминә ауырлы булыуын белмәй. Ҡыҙы тыуа. Ул арала яҙғы баҫыу эштәре башлана. Йәш әсә ике айлыҡ балаһын ҡалдырып, эшкә сығырға мәжбүр була. Ни хәл итһен, барыһы ла шулай йәшәй, көндө төнгә ялғап эшләй.
Ибраһимдан башта, хәрби уҡыуҙа булғанында, хаттар йыш килә. Һәр хаты “Аҡҡошом минең!” тигән йәнгә яҡын һүҙҙәр менән башлана. Ҡыҙы тыуыуын белеп ныҡ ҡыуана. Әммә, үкенескә ҡаршы, сабыйҙың ғүмере бигерәк ҡыҫҡа була: Әминә баҫыуҙа саҡта дүрт айлыҡ бала сепрәккә уралған икмәккә ҡарлығып йән бирә.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй – 1943 йылдың башында Әминә инәй Сталинград янында һуғышҡан ире хаҡында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ ала. “Хәбәрһеҙ юғалыу үлеүҙе аңлатмай. Ибраһим юғала торған кеше түгел, ҡайтыр”, – тип үҙен йыуата ул. Иренең төҫө булып, атаһына оҡшап үҫеп килгән улын үҙенән бер тотам ҡалдырмай. Бәләкәс ҡыҙын юғалтҡандан һуң күңеленә оялаған шөбһәнән ҡотола алмай йөҙәй. “Улымды һаҡла”, – ти бит Ибраһим хушлашҡан саҡта...
Ергә еңеүле яҙ килә. Йылдар үтә. Ә Ибраһим ҡайтмай... Улы үҫеп, белем алып, ғаилә ҡора. Уға ҡараған һайын Ибраһимын, уның менән үткәргән бәхетле өс йылын иҫләп, эстән генә һығыла ҡатын.
“60 йыл буйы ирегеҙҙе тоғро көткәнһегеҙ. Яңынан тормошҡа сығыу тураһында уйланманығыҙмы?” – тип һорағайным Әминә инәйҙән. “Һоратыусылар күп булды. Тик башта Ибраһим бына-бына ҡайтыр тип көттөм, унан инде, иҫән булыуына төңөлһәм дә, бер кем дә уның кеүек “аҡҡошом минең” тип яратмаясаҡ, тип уйланым. Аҡҡоштар – бит тоғро йән эйәләре, мин дә иремә мәңге тоғро ҡалырға үҙемә һүҙ бирҙем һәм шулай йәшәнем дә...”
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.
Фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!