Йәмғиәт
11 Ноябрь 2025, 20:45

Боҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөн

Был ябай сара ҙур бәләнән һаҡлар. 

Боҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөнБоҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөн
Боҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөн

Оҙаҡламай ныҡлы һыуыта һәм ҡыш етәсәк. Ошо ваҡытта күптәрҙең төп проблемаһы башлана ла инде – боҙлауыҡта тайып йығылыуҙар! Ауыртыу ғына етмәгән, аяҡ-ҡулдар һына, кеше имгәнә. Был проблеманы ябай ғына хәл итеп була, ҡиммәтле химик саралар һатып алыу кәрәк булмаясаҡ. Кәрәкле әйберҙәр һәр йортта табылыр.

Яҡшы ҡышҡы аяҡ кейеме етештереүселәр автомобиль тәгәрмәстәренә оҡшаған махсус протекторлы табандар эшләй. Был тигеҙһеҙлектәр боҙло өҫкө йөҙ менән яҡшыраҡ тоташыуҙы тәьмин итә. Бындай эффектты үҙ аллы ла булдырырға мөмкин.

Шыуыуға ҡаршы состав әҙерләү өсөн һеҙгә синтетик каучук нигеҙендә йәбештереүсе елем һәм ябай аш тоҙо кәрәк буласаҡ. Ингредиенттарҙы бер төрлө масса алғансы ентекле болғатырға кәрәк. Был ҡатнашманы аяҡ кейеменең табанына һөртөргә, бигерәк тә ситтәрен ентеклерәк эшкәртергә кәрәк. Аҙаҡ ул тулыһынса кибергә тейеш. Ышаныслы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн был процедураны өс тапҡыр ҡабатларға кәңәш ителә. Бынан һуң һеҙ тайғаҡ юлда ышаныслы йөрөй алаһығыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас