Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 12:30

Осрашыу фәһемле булды

Инновацияларға ярҙам фонды генераль директоры менән яңы маҡсаттар билдәләнде.

Осрашыу фәһемле булдыОсрашыу фәһемле булды
Осрашыу фәһемле булды

12 ноябрҙә Өфөлә Рәсәйҙең сәнәғәт форумы сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фәнни-техник өлкәлә предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә ярҙам фондының генераль директоры Андрей Жижин менән осрашты. Көн тәртибендә яңы проекттарға ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды.

Фонд директоры ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне, Башҡортостан менән бәйләнештең әһәмиәтен билдәләне.

 -Инновацияларға ярҙам итеү фонды ысын үҫеш институты булып тора. Беҙгә хәҙер 31 йыл, Башҡортостан менән 2004 йылдан хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Республикала беҙҙең вәкиллек бар, ул Инновацияларға ярҙам үҙәге нигеҙендә булдырылған. Башҡортостан инвестициялар күләме  һәм ҡатнашыусылар әүҙемлеге буйынса иң тәүге биш төбәк-лидерҙар исемлегенә тотороҡло рәүештә инә, - тине Андрей Жижин. – Беҙ тәү сиратта йәштәр һәм тәүге стадиялағы стартаптар менән эшләйбеҙ. Мәктәп һәм студенттар йүнәлеше лә бар, уларҙа республика әүҙем ҡатнаша.

Фонд етәксеһе йәш инноваторҙарға ярҙам программаларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен дә билдәләне.

 -Башҡортостанда “Умник” программаһын әүҙем үҫтерәләр. Был башланғыс буйынса саралар уҙғарған 18 төбәк исемлегенә Башҡортостан да инә, – тине Андрей Жижин. ”Студенттар стартабы” программаһы буйынса 2022 йылдан үҙ компанияларын булдырған республиканың яҡынса 430 студенты ярҙам алды. Бынан тыш төбәктә “Старт” программаһына ярашлы 110 компания булдырылды.

Башҡортостан Башлығы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн Андрей Жижинға рәхмәт белдерҙе, артабанғы берлектәге эшкә әҙер булыу тураһында әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас