

Алсаҡлығына, йор һүҙлелегенә һәм шаянлығына ҡарап, Инзиләне бер ҙә иренән уңмаған тип әйтеп булмай. Әлбиттә, был тәү ҡарашҡа ғына шулай тойолған. Уның менән сәфәр сыҡҡанда таныштыҡ һәм өйгә еткәнсе һөйләшеп ҡайттыҡ. Иллене түңәрәкләгән ханым һорауҙарға ихлас яуап бирҙе, үҙенең дә төпсөнөүҙәрен һанап бөтөрөрлөк түгел.
... Уйынлы-ысынлы әйткәндә, һылыуҡай ҡулына диплом алғандың икенсе көнөнә үк кейәүгә сыҡҡан. Һүҙ ҙә юҡ, яратмайынса, шулай кәрәктер тип. Тиҫтерҙәре тормош ҡорғанда, ул да бүтәндәрҙән ҡалышмайып тип, артынан йүгергән бер егет менән сәстәрен сәскә бәйләгән дә ҡуйған. Бер-бер артлы өс балалары тыуған йәштәрҙең. Ә бит уға тиклем, бешкән алма шикелле матур сағында, уға мөхәббәтен белдереүселәр күп булған.
– Туҡтауһыҙ эсеп йонсотто, эштән ҡырын тейәп ҡайтыуы етмәгән, йортобоҙға шешәләштәрен эйәртеп алып ҡайтып байрам ойоштороуҙары шул хәтлем үҙәгемә үтте, – тип аһ-зарын һөйләй Инзилә. – Исмаһам, эшенән дә ҡыуманылар бит, әҙерәк баҫылыр ине, исмаһам. Шулай нисектер хаҡлы ялға сығып өлгөрҙө. Һаман шайтан һыуын йотҡолай. "Киске сәғәт 7-лә эскән йөҙ грамм араҡынан иртәнге сәғәт 7-лә бер нимә лә ҡалмай" тип йоҡлар алдынан ҡырлы стаканды төп күтәреүен күреп эсем ныҡ боша. Бына шул алкаш менән йәшәп ятам инде, яратмай кейәүгә сыҡһам да.
Инзиләнең һөйләр һүҙҙәре күп ине, әммә ҡайтып еткәйнек шул. Иллене үткәс, тормош саҡ башлана, тиҙәр. Инзиләгә бәхетле булыу өсөн, бәлки, һуң да түгелдер!?
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!