Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 18:00

Бер көндә әсәй ҙә, өләсәй ҙә булған

Бындай осраҡтар бик һирәк күҙәтелә, ти табиптар ҙа.

Бер көндә әсәй ҙә, өләсәй ҙә булғанБер көндә әсәй ҙә, өләсәй ҙә булған
Бер көндә әсәй ҙә, өләсәй ҙә булған

Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҡыҙыҡлы осраҡ теркәлгән. Бындай осраҡтар бик һирәк күҙәтелә, ти табиптар ҙа. Әсәле-ҡыҙлы бер көндә әсә булыу бәхетенә ирешкән. Ҡыҙы ҡыҙ бала тапҡан, әсәһе ғаиләһендәге алтынсы балаға - малайға ғүмер бүләк иткән. Бер юлы малайлы ла, ейәнсәрле лә булған.

Ике әсәйҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙарының һау-сәләмәт үҫеүҙәрен теләйбеҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас