Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 17:45

Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланыларӨфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Профсоюздар йортондағы тантанаға республиканың профсоюз әүҙемселәре, почетлы ҡунаҡтар, социаль партнерҙар, абруйлы ветерандар, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре йыйылды.

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

Сара барышында ведомство һәм профсоюз наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Хеҙмәт династиялары ағзаларын - “Хеҙмәт династиялары” республика конкурсы финалсыларын айырым хөрмәтләп киттеләр. Сарала ҡатнашыусыларҙы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт Һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов сәләмләне.

Йыйылышта дөйөм хеҙмәт стажы мең йыл булған һигеҙ ғаилә бүләкләнде. Иң боронғо династия - Михайловтар ғаиләһе - медицинала 325 йыл!

Сара ҡунаҡтары өсөн “Ватан. Хеҙмәт. Ғаилә" патриотик йыр конкурсы лауреаттары сығыш яһаны. Бынан тыш, шул уҡ көндө БР Профсоюздар федерацияһы менән БР Муниципаль белем биреү советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүҙең маҡсаты - халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә һәм төбәктең урындағы үҙидараһын үҫтереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек.  

Фото: Федерация профсоюзов РБ.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-11-13/v-ufe-chestvovali-profsoyuznyh-rabotnikov-bashkirii-4465395

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас