

Өфө ҡалаһында "Көнсығыш Европаның, Себерҙең һәм Төньяҡ-көнсығыш Азияның археология һәм этнотарихының проблемалары" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция дауам итә.
Сара Сергей Руденконың тыуыуына – 140, "Башкиры. Опыт этнологической монографии" тигән хеҙмәттең баҫылыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. Ғалимдар телендәге Руденко уҡыуҙары кисә Өфөләге Евразия фәнни-белем үҙәгендә башланды.
Ҙур конференцияны асҡан Башҡортостан ғилми-етештереү үҙәге һәм мәҙәни ҡомартҡылар күсмә объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса идаралыҡ начальнигы Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, Сергей Руденко Рәсәй һәм совет археологы, антропологы, этнологы, гидрологы, ғалим булараҡ уның исеме ситтәргә киң билдәле. Өҫтәүенә Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул 1906 – 1930 йылдар арауығында 14 тапҡыр экспедицияға сыҡҡан һәм 10 меңдән ашыу экспонат йыйған. Эҙәрмән башҡорт, сыуаш, мари, мордва, манси, хант, бүрәт, алтай халыҡтарын тәрәндән өйрәнгән.
Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Ҡолбахтин республика етәкселеге исеменән ҡотланы.
Санкт-Петербургтан килгән күренекле ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһының матди мәҙәни тарих институтының директоры Андрей Поляков сараның Башҡортостанда тиккә үтмәүен билдәләне, ә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко рус кешеһенең башҡорттарҙы өйрәнеүен юғары баһалап, өлгө итеп күрһәтте.
Әмир Исмаил Ализаде, Иран ғалимы:
– Башҡортостанда ойошторолған сара юғары кимәлдә бара, уның тәжрибәһен бүтән яҡтарға ла әүҙем таратырға кәрәк. Ғөмүмән, Өфөләге мәртәбәле юғары уҡыу йорттарының береһендә, арҙаҡлы ғалимдар менән бер рәттән, сығыш яһауым өсөн шатмын.
Башҡортостан менән Иран бер-береһенә төрлө яҡлап оҡшаш. Барығыҙҙы ла Иран иленә ҡунаҡҡа саҡырам, унда һеҙгә оҡшаясаҡ.
Фото: "Башинформ".