Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2025, 22:30

Ноҡот һала, ҡот ҡоя

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәгән Фирүзә Моталоваға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Уның юрағаны тап килә, тиҙәр...

Ноҡот һала, ҡот ҡоя
Ноҡот һала, ҡот ҡоя

Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай, тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек-электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай. 

Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Хәйбулла районының Йәнтеш ауылына барғанда ноҡот һалған, ҡот ҡойған Фирүзә Ҡыям ҡыҙы Моталова менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары. 

Йәнтеш ауылы ҡыҙы ошо уҡ ауыл егете Зәйнетдин Моталов менән өс балаға ғүмер биреп, биш ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй булып йәшәй. Өләсәһе һәм әсәһе лә теләгәндәргә ноҡот һалған, ҡот ҡойған, имләгән. Уның был һәләте тоҡомдан килә, әгәр ҙә элегерәк, йәшерәк саҡта бер аҙ уңайһыҙланып ҡына, кешеләргә белдермәй, тик үҙенең яҡындары өсөн генә ҡот ҡойһа, әле уға мөрәжәғәт итеүселәр бихисап.

Ниндәйҙер ауырлыҡтар алдында юғалып, үҙ-үҙен тапмағандар, малын йәки ниндәйҙер әйберен юғалтып, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә Фирүзә Ҡыям ҡыҙына мөрәжәғәт итә. Кемгәлер шунда уҡ дөрөҫ сыҡһа, бәғзеләренә бар аҙ көтөргә лә тура килә.

Кемдер халҡыбыҙҙың боронғо им-томдарын инҡар итә, әммә шуны оноторға кәрәкмәй: элек-электән халҡыбыҙ араһын­да шифалы доғалары менән өшкөр­гән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыу­ған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡ­ҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған, ноҡот һалған  кешеләр һәм кендек инәй­ҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡа­рылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имсе­ләренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.

Шуға күрә һәр кем үҙе хәл итергә тейеш: ноҡотсоға барырғамы, ҡот ҡойҙорторғамы, әллә уны тәнҡитләргәме...

Автор фотоһы.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас