Йәмғиәт
16 Ноябрь 2025, 06:40

Мәрхүм сабый менән хушлашҡандар

Силәбеләге бер фатирҙа диван эсендә үле килеш табылған биш йәшлек ҡыҙҙы шау-шыуһыҙ, сит күҙҙәрһеҙ генә мәңгелек йортона тапшырғандар.

Мәрхүм сабый менән хушлашҡандарМәрхүм сабый менән хушлашҡандар
Мәрхүм сабый менән хушлашҡандар

 

Силәбеләге бер фатирҙа диван эсендә үле килеш табылған биш йәшлек ҡыҙҙы шау-шыуһыҙ, сит күҙҙәрһеҙ генә мәңгелек йортона тапшырғандар.

Фажиғә тураһында ишеткәс, баланың атаһы шунда уҡ Силәбегә килеп еткән. Ул ҡыҙының кәүҙәһен Башҡортостанға – тыуған ауылына алып китә һәм шунда ерләйҙәр.

Ир таныштарының, баланың әсәһенең туғандарының ярҙамынан баш тартҡан. “Ул артыҡ иғтибар теләмәне, тирә-йүндәгеләрҙең ғәйепләүенән ҡурҡа”, - тип һөйләгән баланың әсәһенең таныштары Regnum баҫмаһына.

Бала менән хушлашыу 13 ноябрҙә үткән. Зыяратҡа ғаиләнең бер нисә ағзаһы ғына килгән.

Ҡыҙ баланың йәне йәннәттә булһын!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Мәрхүм сабый менән хушлашҡандар
Мәрхүм сабый менән хушлашҡандар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас