Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2025, 00:15

Атайҙан ҡасып китәйек, ти ҡыҙым...

"Яратмай ул һине. Яратһа, “араҡы тап” тип төндә сығарып ебәрмәҫ ине..."

Атайҙан ҡасып китәйек, ти ҡыҙым...
Атайҙан ҡасып китәйек, ти ҡыҙым...

Күршеләрҙән уйнап ҡайтып ингән алты йәшлек Гөлназ бөгөн ҡапыл: “Әсәй, әйҙә, атайҙан ҡасып китәйек!” – тип шаҡ ҡатырҙы.

 - Нишләп, балам? Атайһыҙ ҡыйын булыр бит...

 - Юҡ, ана Сәлимәләрҙә ғәләмәт рәхәт. Атаһы булмағас, шауламағыҙ, тип әрләүсе лә, араҡы эсеүсе лә юҡ.

- Эй, ҡыҙым... Атайың бит гел генә араҡы эсеп йөрөмәй.

 - Эсһә, ул мине яратмай, “башымды ҡатырма” ти. Һине лә яратмай, яратһа, “араҡы тап” тип төндә сығарып ебәрмәҫ ине.

- Эй, бәләкәсем, аҙ ғына үҫһәң, аңларһың әле... Атайың һине үҙенсә ярата ул. Ана бит, ниндәй матур велосипед алып ҡайтҡан, район үҙәгендә өй башы япҡандан һуң.

- Эйе шул. Эсмәһә, мин дә уны яратам. Сәпитемде лә, - тип тәтелдәп, зал уртаһында торған велосипедына атланды ҡыҙ, “Әсәй, нисә көндән яҙ етә? Ҡасан ғына сәпитемде тышҡа сығарам инде”, – тип уйынға әүрәп китте. Ә Гөлзифа эше менән булды, тик бәләкәс ҡыҙының һүҙҙәре ҡабат-ҡабат яңғырағандай, тынғылыҡ бирмәне...

Айырылып ни генә ҡылһын инде Гөлзифа. Барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе, тыуған йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ана күрше Сәриә, “эскән, көнләшкән ир менән йәшәмәйем” тип, биш йәшлек Сәлимәһен алып, ата-әсәһе янына ҡайтты ла төштө. Ҡыҙын бында ҡалдырып, Себер яғына эшкә йыйына, Гөлзифаны ла өгөтләй. “Эскән ир менән ыҙалап йәшәмә, аҡса эшләп, аҙыраҡ күҙең асылыр”, - ти.

Юҡтыр, тәүәккәлләй алмаҫтыр Гөлзифа. Бәләкәй Гөлназын кемгә ҡалдырыр? Студент улы, мәктәп-интернатта уҡыған ҡыҙы кемгә күҙ төбәп ҡайтыр? Эскән иргә йортто, мал-тыуарҙы ышанып ҡалдырып булыр тиһеңме?

“Ярай, бер мин генә улай йәшәмәйем әле. Эсмәгән сағында, унда-бында ҡалымға йөрөп, аҡса ла эшләп ала. Утынын да, бесәнен дә йүнләй. Тик шул эскелеге генә инде... Эй, Хоҙайым, бөгөн ҡалымдан эсмәй генә ҡайтһын инде”, - тип теләй-теләй ҡатын киске аш әҙерләргә тотондо...

Фото: нейроселтәр. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас