

Бөгөн, 19 ноябрҙә, Өфөлә “Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙары союзы” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһы “Ҡатын-ҡыҙҙар союзы” төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы.
Уның барышында һуңғы 28 йыл дауамында был хәрәкәтте лайыҡлы етәкләгән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова вазифаһынан китеүе тураһында белдерҙе. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе итеп бер тауыштан Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насирова һайланды.
Йыйындың эшендә Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Данияр Абдрахманов ҡатнашып, республикабыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
– Ҡатын-ҡыҙ – ул тотороҡлолоҡ нигеҙе. Ҡатын-ҡыҙ – ул йәмғиәтте хәстәрлек менән солғаусы көс. Һеҙ һәр ваҡыт кемделер яҡлайһығыҙ, ярҙам итәһегеҙ, илһамландыраһығыҙ, был – һеҙҙең асылығыҙ. Тап һеҙҙең арҡала социаль мөхит мәрхәмәтлерәккә һәм изгерәккә әйләнә, – тип билдәләне Данияр Мәүлийәр улы сығышында. – Бөгөнгө конференция – Башҡортостандың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте үҫешендәге мөһим этап, тип әйтергә мөмкин. Бөгөн ҡабул ителгән ҡарарҙар хәрәкәттең абруйын тағы ла нығытыр, мөһим социаль бурыстарҙы хәл итеүҙә һеҙ тотҡан өлөштө арттырыр, башланғыстарығыҙға яңы юлдар асыр, тип ышанам.
Данияр Абдрахманов республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен өс тиҫтә йылға яҡын арымай-талмай етәкләгән Рәшиҙә Солтановаға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм яңы һайланған рәйес Гүзәл Насироваға уңыштар теләне.
Конференцияла ҡатнашыусылар яһаған сығышында Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы һуңғы йылдарҙа БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан тормошҡа ашырылған ҙур саралар, акциялар, үҙенсәлекле проекттар тураһында әйтеп үтте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, район һәм ҡалаларҙағы беренсел ойошмаларҙың рәйестәре уға фиҙакәр, намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ сара барышында Рәшиҙә Солтанова “Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының почетлы рәйесе” тигән исем менән бүләкләнде.
– 28 йыл – аҙ ваҡыт түгел, бала кеүек бәпләп тигәндәй үҫтергән хәрәкәтте, яратып башҡарған эшемде ышаныслы ҡулдарға ҡалдырам, тип уйлайым. Йәштәргә юлдар асыҡ булырға тейеш. Беҙ алып барған эштәр дауам итеп кенә ҡалмаһын, өҫтәлһен, артһын. Гүзәл Рәйес ҡыҙы, Иглин районы хакимиәте башлығы булараҡ, үҙен эшлекле, кеше менән уртаҡ тел таба белгән етәксе итеп танытты. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен дә уңышлы етәкләп алып китер, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыр, тип ышанам, – тине Рәшиҙә Солтанова яңы һайланған союз рәйесенә фатихаһын биреп.
Гүзәл Насирова күрһәтелгән ышанысты аҡлау өсөн бөтә тырышлығын һаласағы тураһында әйтте.
– Был – минең өсөн бик яуаплы бурыс. Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан иҫ киткес ҙур эштәр башҡарылған һәм бөгөн дә бөтә республикала, район-ҡалаларҙа, һәр ауылда улар дауам ителә. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ иңенә яуаплы һәм изге бурыстар һалынған, беҙ – йәшәүҙе дауам итеүселәр. Ә инде хәрәкәттең эшмәкәрлегенә килгәндә, республика ҡатын-ҡыҙҙарын тағы ла нығыраҡ берләштереүҙе, уларҙы ил кимәлендә данлауҙы һәм танытыуҙы, мохтаждарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Беҙ бергә булыуыбыҙ, берҙәмлегебеҙ менән көслөбөҙ, – тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы яуап һүҙендә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!