

Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан Кәримә Әхмәтшина - дүрт бала әсәһе. Ике ул, ике ҡыҙ үҫтерә ул. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улы туғыҙ ғына йәшлек сағында һыуға бата, ә икенсеһе - Данис - 2022 йылдың 5 июнендә 21 йәшендә генә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә.
Оло йөрәкле әсәнең ике ҡыҙы юғары белемле. Олоһо Регина әлеге ваҡытта декрет ялында - ике ҡыҙ үҫтерә. Икенсе ҡыҙы - Шишмә ҡасабаһының 1-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй.
Кәримә Әхмәтшина оло юғалтыуҙарҙан бөгөлөп төшмәй, бөтә көсөн һалып, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итә. Ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, хуш еҫле сәйҙәр әҙерләй, туҡмас киҫә, ит быҡтыра. Генератор, бензин бысҡылары, шөрөп борғостар һатып алып ебәрә. Аҡсалата ла булышлыҡ итә.
"Ауылдаштарҙы үҙебеҙҙә йыйып, туҡмас киҫәбеҙ, сәксәк бешерәбеҙ. Яугирҙәр позывнойҙарын яҙҙырып йыуғыстар бәйләтеп ала. Районыбыҙҙан киткән һәр ылауға үҙ өлөшөмдө кертәм. Улымдың мотоциклын да МХО биләмәһенә ебәрҙем. Шулай үҙемдә йәшәргә көс табам", - ти конкурсантыбыҙ.
Яугир әсәһе "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" тигән миҙал, Оборона министрлығының МХО-ға булышлыҡ иткән өсөн миҙал менән бүләкләнгән, хәрби часть етәкселеге исеменән полковник Н. Шахмановтан Рәхмәт хаты килгән, шулай уҡ Шишмә ҡасабаһы хакимиәтенән дә күп грамоталары, рәхмәт хаттары бар.
"Улымдың бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырҙым - "Мөғжизәләр яланы" уйынында ҡатнаштым. Тиҙҙән, 27 ноябрҙә Диңгеҙ пехотаһы көнө, шул уңайҙан районыбыҙ моряктары араһында улым иҫтәлегенә турнир үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Форсаттан файҙаланып, ошо конкурста ҡатнашҡандарға уңыш теләйем", - ти әсә.
К. Әхмәтшинаға тауыш бирергә теләһәгеҙ, ошо һылтанма аша үтегеҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328
Фото: К. Әхмәтшинаның шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...