

“Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсының тағы бер ҡатнашыусыһы – дүрт бала әсәһе Гөлнара Хажиәхмәтова. Ул Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында йәшәй. Ире Азат Ирек улы менән татыу ғаилә ҡорғандарына хәҙер 22 йыл.
Гөлнара Рифғәт ҡыҙы яуаплы вазифа биләй – миграция мәсьәләләре буйынса бүлеккә етәкселек итә. Етди шөғөл эйәһе булһа ла, күңеленә ижад та ят түгел: ул ҡул эштәре менән булышырға ярата, оҫта тегенсе лә. Буш ваҡыты барҙа, бар күңел йылыһын һалып, ғаиләһенә бер кемдә лә булмаған үҙенсәлекле, матур кейем өлгөләре тегә.
Бер-береһенә йылы мөнәсәбәткә, үҙ-ара аңлашып йәшәүгә ҡоролған ғаиләлә балалар һөйөү-наҙға, хәстәрлеккә сорналып үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу – Мәскәү дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты, инглиз һәм француз телдәрен тәрән өйрәнә. Улдары Камил да апаһы артынан илебеҙ баш ҡалаһын яуларға йүнәлгән – Рәсәй дүләт гуманитар университетында журналист һөнәренә уҡый.
Эмилия менән Самира бәләкәйҙәр әле. Береһе быйыл мәктәпкә төшкән, икенсеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙыҡайҙар икеһе лә бейеү менән яратып шөғөлләнә.
Әлбиттә, ғаиләләге мөхит күберәк әсә кешегә бәйле. Күркәм Хажиәхмәтовтар ғаиләһенең ныҡлы терәге Азат Ирек улы булһа, Гөлнара Рифғәт ҡыҙы – хисле йөрәге. Уға конкурсыбыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Конкурсантыбыҙ өсөн тауыш бирергә теләгәндәргә ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328
Фотолар – ғаилә архивынан.