

Кәрәк була:
Бер литр тирәһе һөт йә кефир (уларҙы бутарға ла була), бер балғалаҡ тоҙ,
Бер балғалаҡтан күберәк сода,
Ярты стакан тирәһе үҫемлек майы,
Бер ике-өс ҡалаҡ аҡ май (һары май),
Кәрәгенсә он.
Баҫабыҙ. Һалҡынға ҡуйып торабыҙ.
Эслеккә:
Дүрт-биш алма,
Бер ус йөҙөм,
Бер ҡуш ус балан әҙерләнем.
Ҡамырҙы йәйеп табаға һалғас, башта алма һалдым, шунан йөҙөм һиптем, артабан балан менән матурланым. Өҫтөнән бер ике ҡалаҡтай ғына шәкәр ҡомо, унан һуң саҡ ҡына он һиптем. Шунан өҫтөн матурлап ябып, мейескә оҙаттым. Яп-ябай, үҙебеҙсә. Йомортҡа ла, сүпрә һалманым.
"Бәлеш бешереү - ул күңел эше. Бисмиллаңды әйтеп, тынысланып, үҙе бер йән таҙарыныуы, сафланыуы һымаҡ ҡабул итәм мин уны", - ти шағирә Тамара Юлдашева.
Тәмле булһын аштарығыҙ!
Сығанаҡ: Тамара Юлдашева.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!