Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 12:30

Йәмәғәт палатаһы - Мәсәғүттә

"Беҙ Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының көслө яҡтарын күрәбеҙ, асыҡланған етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлөр, ә  эште ойоштороуҙағы ыңғай тәжрибә таратылыр  тип уйлайбыҙ”.

Йәмәғәт палатаһы -  МәсәғүттәЙәмәғәт палатаһы -  Мәсәғүттә
Йәмәғәт палатаһы - Мәсәғүттә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Мәсәғүт дауаханаһының эшен баһаланы.

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәрәхова эксперттар менән берлектә, “Здравконтроль” федераль проектына ярашлы, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында булды. Маҡсат билдәле – медицина хеҙмәттәренең сифатын һәм пациенттар өсөн дауаланыу шарттарын баһалау.

Эшлекле сәфәр барышында белгестәр бала табыу бүлексәһендә, өлкәндәр поликлиникаһында, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында һәм стационарҙа булды һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.

Йәмәғәт палатаһы эксперттары дауахана эшмәкәрлегендәге ыңғай яҡтарҙы билдәләне. Медицина учреждениеһында пациенттар ағымын айырыу йоғошло сирҙәр таралыу хәүефен кәметкән.

“Беҙҙең бурыс – проблемаларҙы асыҡлау ғына түгел, ә уларҙы хәл итеүгә ярҙам итеү, - тине Диана Фәрәхова. – Беҙ Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының көслө яҡтарын күрәбеҙ, асыҡланған  етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлөр, ә  эште ойоштороуҙағы ыңғай тәжрибә таратылыр тип уйлайбыҙ”.

Республиканың Йәмәғәт палатаһы медицина учреждениеларының эш сифатын яҡшыртыу маҡсаты менән эш сәфәрҙәрен артабан да дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.

Йәмәғәт палатаһы -  Мәсәғүттә
Йәмәғәт палатаһы -  Мәсәғүттә
Йәмәғәт палатаһы - Мәсәғүттә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас