

12 ноябрҙә Стәрлетамаҡта "BMW X5" руле артындағы иҫерек ир ҡыҙҙарҙы бәрҙертә һәм ваҡиға урынынан ҡаса. Әхирәттәр йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән һыҙат аша сығып барған була. 18 йәшлек Диана А. ныҡ зыян күрә. Ул баш мейеһенә йәрәхәт ала һәм комаға китә.
Аҡ халатлылар бер нисә көн дауамында уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә 18 ноябрь иртән ул йән бирә... Диананың әсәһе Татьяна ҡыҙының яҡты күңелле һәм талантлы булыуы тураһында әйтә. Ул һүрәт төшөрөргә ярата һәм тормошон ижад менән бәйләргә хыяллана. Диананы атаһының тыуған яғында - Ауырғазы районында ерләйҙәр.
Икенсе ҡыҙ Валерия ла етди йәрәхәттәр ала - уның башы яралана, аяғы һәм ҡулы һына. Ҡыҙҙарҙың яҡындары ғәҙеллек булып, ғәйепле ирҙең тейешле язаны алырына ышана.