

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитеты тарафынан “Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы ғәмәлдәре һәм инновация алымдары: саҡырыуҙар һәм үҫеш юлдары” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл бик күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
Төрлө кимәлдәге депутаттар, яуаплы вазифа биләгән етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашлығында уҙғарылған сара бөгөнгө көн өсөн мөһим булған һорауҙарҙы күтәрҙе.
Был ултырыштың тап Башҡортостанда уҙғарылыуы ла осраҡлы түгел. Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитет рәйесе Яна Лантратова әйтеүенсә, Башҡортостан дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең үҙ-ара бәйләнештә эшләү буйынса уңышлы тәжрибә күрһәтә.
–Республикала дәүләт функцияларының бер өлөшөн йәмәғәт ойошмаларына тапшырыу уңышлы эшләй. Был ысул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү, хоспистағы ауырыуҙарҙы ҡарау кеүек социаль мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итергә булышлыҡ итә. Башҡортостандағы тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә файҙалы. Илебеҙҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында Дәүләт Думаһы комитеты иң яҡшы алымдарҙы, ҡанунниәттәге башланғыстарҙы өйрәнергә, таратырға ниәтләй, – тине Яна Валерьевна.
Социаль башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм дәүләт власы органдарының үҙ-ара бәйләнештәге эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн Яна Лантратова коммерцияға ҡарамаған ойошмалар активына, власть органдары вәкилдәренә Комитеттың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республикабыҙҙа был йәһәттән уртаҡлашыр тәжрибә барлығын билдәләне.
– Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү мәсьәләһе республикабыҙ етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Был йәһәттән Башҡортостан бай тәжрибә туплаған һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙ улар менән уртаҡлашырға әҙер һәм хеҙмәттәшлек өсөн дә асыҡбыҙ. Уңышлы алымдарыбыҙҙы башҡа төбәктәргә лә тарата алырыбыҙға ышанам, – тине ул.
Люциә СӘЙФУЛЛИНА, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының генераль директоры:
– 2019 йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды булдырылды. Ошо осорҙан башлап беҙҙең төбәк тотороҡло рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға грант ярҙамы буйынса лидерҙар иҫәбендә. Республика етәкселегенең был йүнәлештең мөһимлеген аңлауы, коммерцияға ҡарамаған секторҙың әүҙемлеге, өлгөргәнлеге һөҙөмтәһендә быны башҡарыу мөмкин.
2020-2025 йылдарҙа Фонд тарафынан 24 конкурс уҙғарылды, уларҙа ҡатнашыуға 5 меңдән ашыу ғариза килде. Ә 923 социаль мөһим проект 1,5 миллиард һумдан ашыу ярҙам алды.
Килгән ғаризалар һаны, финанслау буйынса иң ҙуры гражданлыҡ йәмғиәттәре институттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс булды. Ул үҙенә социаль яҡлау, ғаиләгә ярҙам итеү, мәҙәниәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм белем биреү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, милләт -ара клешеүҙе нығытыу йүнәлештәрен индерҙе.
Бынан тыш Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙә осрамаған уникаль тәжрибәләр ҙә бар. Мәҫәлән, дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеүгә, киң мәғлүмәт саралары өлкәһенә йүнәлтелгән конкурстар. Үткән йылдан Башҡортостандан ситтә белем алған алып яҡташ студенттарҙың проекттарына ярҙам итеү йүнәлеше барлыҡҡа килде, бының өсөн 10 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Фонд эше конкурстар үткәреү менән генә сикләнмәй. Социаль проекттар әҙерләү буйынса ғариза биреүселәргә консультациялар, башҡа саралар ҙа уҙғарабыҙ.