Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 14:35

Йәшәү ғәме – балаларында

Төркөмөбөҙҙә барған “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсының киләһе ҡатнашыусыһы – Хәйбулла һылыуы Алина Сынбулатова менән таныштырабыҙ.

Йәшәү ғәме – балаларындаЙәшәү ғәме – балаларында
Йәшәү ғәме – балаларында

“Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсының киләһе ҡатнашыусыһы – Хәйбулла һылыуы Алина Сынбулатова менән таныштырабыҙ. Өфөлә тыуып, Вәлит ауылында буй еткереп, хәҙер инде район үҙәге Аҡъярҙа ире Айнур менән ишле ғаилә ҡороп йәшәй ул.

Йәш кенә булһа ла, был һөйкөмлө конкурсантыбыҙ – өс улға ғүмер бүләк иткән әсә. Күңел ынтылыштарын, йәшлек хыялдарын артҡа ҡуйып тороп, үҙенең бар көсөн өс батырын тәрбиәләүгә арнаған. Ошо ла үҙе бер ҡаһарманлыҡҡа тиң, шулай бит!

Малайҙарҙың өлкәне 6-сы класта уҡый, балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә, конкурстарҙа ҡатнаша. Уртансыһы – 5-се класс уҡыусыһы, шахмат уйнарға ярата. Кинйәһенә ике йәш кенә тула әле, балалар баҡсаһына барырға әҙерләнә.

Алинаның бөтә хәстәре ярайһы ғына ишле ғаиләһенә бәйле. Ул бешеренергә, айырыуса өйҙәгеләрҙе ҡамыр ризыҡтары менән һыйларға ярата. Матур йырлай ҙа. Киләсәктә, бәлки, ошо мауығыуына күберәк иғтибар бүлеп, талантын үҫтерергә насип итер.

Әйткәндәй, тап Әсәләр көнө алдынан, 29 ноябрҙә, Алинаның тыуған көнө. Йәш әсәйҙе етеп килгән ғүмер байрамы менән ҡотлап, беҙ ҙә уға иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ һәм уй-хыялдары тормошҡа ашһын, тип теләйбеҙ.

Конкурсантыбыҙ өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар! Бының өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар - ғаилә архивынан.

Йәшәү ғәме – балаларында
Йәшәү ғәме – балаларында
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас