

Хәтеремдә ғүмерлеккә уйылып ҡалған элекке бер ваҡиғаны йәш быуынға һөйләп ҡалдырмаһам, яҙыҡ булыр.
Ауыл клубында Еңеү көнөнә арналған йыйылыш бара. Ул ваҡытта һирәгәйә башлаһа ла, ысын һуғышты күргән ветерандар сафы күҙгә күренерлек ине әле. Сәхнәгә оло йәштә булһа ла өҙә баҫып, еңел кәүҙәле бер ағай күтәрелде. Йылмая, йөҙөндәге йыйырсыҡтары ла шул тиклем алсаҡлыҡ бирә үҙенә.
- Мин ошо көндө күреүемә шатланып бөтә алмайым, - тине ул. - 18 тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа оҙаттылар. Тәүге һуғышҡа тотош яңы алынғандар, минең тиҫтерҙәр бергә индек. Аяуһыҙ ут аҫтына эләктек. Янымдағы иптәштәрем бер-бер артлы һәләк була, башты ла ҡалҡыта алмайбыҙ. Шунда үҙемә һүҙ бирҙем:"Ошо мәхшәрҙән тере ҡалып, ауылыма ҡайта алһам, өйләнеп күп итеп балалар үҫтерермен, береһен дә расхутҡа ебәртмәм".
"Расхутҡа" һүҙенән һуң клубтағылар гөр килеп көлөшөп алдылар.
- Аллаға шөкөр, иҫән-һау ҡайттым. Һүҙемдә торҙом, хәҙер әбейем менән икебеҙҙән, балаларыбыҙ менән бергә, 100-ҙән ашыу кешебеҙ. Төрлөһөн күрҙек, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу еңел булманы, әммә уларға ла ни күрһәләр ҙә тыуасаҡ балаларын расхутҡа ебәрмәҫкә ҡуштым. Һүҙемде тыңлайҙар...
Ағай донъяла юҡ инде хәҙер. Әммә уның нәҫелен йөҙҙәрсә бүлә-тыуалары дауам итә. Йәне йәннәттә булһын.
Авторы - яҙыусы Гүзәл СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: https://vk.com/club36676061
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!