Йәмғиәт
27 Ноябрь 2025, 11:00

“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”

Төркөмөбөҙҙәге “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсында Бөрө ҡалаһынан Рәсилә Хәбибуллина ла ҡатнаша. Ул өс бала әсәһе.

“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”
“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”

Ире Илгиз Марат улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр: ҙуры Камилла – 4-се, уртансыһы Әминә 3-сө класта уҡый, бәләкәйе Саида балалар баҡсаһына йөрөй, киләһе йыл мәктәпкә барырға йыйына. Ҡыҙҙар бейеү, музыка менән шөғөлләнә.

Рәсилә Ғәлимхан ҡыҙының әлеге ваҡытта күңелен һалған мауығыуы бар – ул интернетта әсәлек тураһында блог алып бара. Бының өсөн аҙмы-күпме тәжрибә тупланған, күңелендә ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙҙәре лә етерлек.

Хәбибуллиндар ғаиләһендә тәрбиә эше балаларға берҙәмлек тойғоһо һалыуға нигеҙләнә. Ниндәйҙер көндәлек мәшәҡәттәрҙе бергәләп атҡарыу, тиһеңме, көн һайын күмәкләп саф һауала йөрөүмө, ҡышын санала, конькиҙа шыуыумы – былар барыһы ла ғаиләне бер бөтөн итә, нығыта, татыулыҡты арттыра.

– Балаларыбыҙ өсөн иң беренсе үҙебеҙ үрнәк булырға, күңелдәренә ғаилә ҡиммәттәрен һеңдерергә тырышабыҙ, – ти Рәсилә Ғәлимхан ҡыҙы. – Беҙ, атай-әсәй, ҡыҙҙарыбыҙға һәр саҡ терәк, улар – тормошобоҙҙоң йәме.

Берҙәм, татыу ғаиләгә бәхеттәренең гел ошолай түңәрәк булыуын теләйбеҙ.

Һәм иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс тамамланыуға ваҡыт аҙ ҡалды. Күңелегеҙ ятҡан конкурсанттар өсөн тауыш бирергә ашығығыҙ, дуҫтар! Бының өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар – ғаилә архивынан.

“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”
“Ҡыҙҙарыбыҙ – тормошобоҙ йәме”
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас