Йәмғиәт
28 Ноябрь 2025, 13:20

Ауылды бергәләп төҙөкләндерәбеҙ

Бөрйән яҡтарында халыҡ әүҙемлек күрһәтә.

Ауылды бергәләп төҙөкләндерәбеҙАуылды бергәләп төҙөкләндерәбеҙ
Ауылды бергәләп төҙөкләндерәбеҙ

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауыл биләмәһе һәр йыл тиерлек  “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проектында ҡатнашып килә. Уның ярҙамында Яңы Монасип ауылында спорт майҙансығы төҙөлдө, зыярат кәртәләнде. Иҫке Монасипта балалар өсөн уйын майҙансығы сафҡа индерелде.

Ағиҙел йылғаһы Нәби ауылын икегә бүлеп аға. Ауылдың ике яҡ ярында урынлашҡан зыяраттарҙың кәртәләре иҫкергәйне. Былтыр ауыл халҡы аҡса йыйып үҙ көсө менән Байҡаш яғының зыяратын төҙөкләндерҙе.

Ошо көндәрҙә Нәби ауылында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы йыйылыш үтте. Халыҡ бер һүҙҙән унда ҡатнашып, Ағиҙелдең уң ярындағы ауыл зыяратының кәртәһен яңыртырға тигән ҡарар ҡабул итте.

Шулай уҡ йыйылышта был программаны тормошҡа ашырыу, халыҡтан аҡса йыйыу, ремонт барышын контролдә тотоу маҡсатында Сәйет Һатыбалов етәкселегендә ауылдың әүҙем, абруйлы кешеләренән инициативалы төркөм төҙөлдө.

Илгиз МУЛЛАҒОЛОВ,

ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Фото: ауыл хакимиәтенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас