Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2025, 22:10

Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!

Өфөлә Әсә көнөнә арналған тантаналы сара булды.

Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Әсә көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе күп балалы ғаиләләргә һәм әсәләргә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

“Ҡәҙерле әсәләр, хөрмәтле ғаиләләр!

Иң яратҡан изге байрамыбыҙ – Әсә көнө алдынан һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Һеҙҙе ихлас ҡотлайым һәм рәхмәт, ихтирам һүҙҙәрен еткерәм!

Һәр кешенең ғүмере әсә ҡулдарында башлана. Әсә хәстәрлегенә күмелеп, беҙ йәшәргә өйрәнәбеҙ, шәхес булып үҫәбеҙ. Унан һуң инде үҙебеҙ ғаилә ҡорабыҙ һәм унда ошондай уҡ йылылыҡ, ихласлыҡ булдырырға тырышабыҙ. Балаларҙа изгелекте, намыҫ тойғоһон, кешеләргә, Тыуған илгә ихтирамды тап һеҙ тәрбиәләйһегеҙ. Иғтибарығыҙ, тоғролоғоғоҙ һәм яҡындарығыҙ хаҡында фиҙакәрлек менән хәстәрлек күреүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һөйөүегеҙ һәм ышанысығыҙ балаларығыҙ өсөн терәк-таяныс булып тора, изге эштәргә илһамландыра һәм ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Күп балалы һәм тәрбиәгә бала алған әсәләргә, үҙенсәлекле балалар ҡараған әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәләре алдында хөрмәт менән баш эйәм.

Рәсәй Геройҙарының әсәләрен: танкылар батальоны штабы начальнигы Степан Михайлович Беловтың әсәһе – Тамара Витальевнаны, парашют-десант ротаһы командиры Дмитрий Николаевич Авдониндың әсәһе – Наталья Георгиевнаны, Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге 116-сы айырым бригадаһы командиры Руслан Вил улы Ғарифуллиндың әсәһе Фатима Мәннән ҡыҙын ихлас сәләмләйек.  Һеҙ ысын офицерҙар, Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыларын тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысына тоғро ҡалып, ҡаһармандарса көрәшә. Әсәләрҙең һөйөүе һәм ышанысы яугирҙәребеҙгә көс-ғәйрәт бирә.

Ҡәҙерле әсәләр!

Республикабыҙ ишле ғаиләләргә бай. Биш йылда ошондай ғаиләләр һаны 14 меңгә тиерлек артып, 73 меңгә етте. Беҙҙә һәр өсөнсө бала ишле ғаиләлә тыуа. Бөгөн ошонда ултырған 11 ғаиләнең туғыҙы – ишле, уларҙа 69 бала тәрбиәләнә.

Республикабыҙҙа – 10 герой-әсә. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. 10 бала тәрбиәләгән Рәүилә Хәтип ҡыҙы Тәминдәрова һәм быйыл 11-се балаһы тыуған Фаягөл Фаил ҡыҙы Абдуллина бөгөн беҙҙең менән.

Ишле ғаилә – барыбыҙ өсөн дә өлгө. Уларға һәр яҡлап ярҙам итеү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. Президентыбыҙ әйткәнсә: “Был беҙҙең махсус стратегик өҫтөнлөгөбөҙ. Рәсәй халҡының киләсәген хәл иткән мәсьәлә”.

Республикала бәхетле әсәлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар һәм поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Яңы түңәрәктәр һәм секциялар асабыҙ, байрамдар үткәрәбеҙ, йәйге ялды ойошторабыҙ.

Мин уҙған төндә генә Мәскәүҙән ҡайттым. Кисә унда Милли спорт премияһын тапшырҙылар. Беҙҙең Башҡортостанды илдең иң яҡшы спорт төбәге тип танынылар. Ә уға тиклем беҙ үҙенсәлекле балалар, инвалидлығы булған кешеләр өсөн асыҡ төбәк булараҡ өсөнсө урынды яулағайныҡ.

Быйыл беҙ Ишле ғаилә көнөн булдырҙыҡ – ул 21 декабрҙә билдәләнә. Балалы ғаиләләр өсөн беҙҙә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Уларҙан 190 мең самаһы ғаилә файҙалана. Был маҡсатҡа байтаҡ аҡса бүленә.

Әсәлекте һөнәр, карьера, эшҡыуарлыҡ менән берләштергән уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәтеү өсөн киң мәғлүмәт сараларында уларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән махсус медиапроектты тормошҡа ашырабыҙ. Бала тәрбиәләүҙә ярҙам итеү өсөн “Башҡортостандың ғаилә порталы” эшләй. Унда балалы ғаиләләр өсөн бөтә ойошмалар һәм уларҙың хеҙмәттәре тураһында мөһим мәғлүмәт тупланған, балаға тәрбиә биреү, ярҙам саралары хаҡында мәҡәләләр баҫыла.

Былтыр махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары өсөн “СВОя семейная гостиная” проектын ғәмәлгә индергәйнек. Күптән түгел МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн “СВОй бизнес” проектын башланыҡ. Яугирҙәребеҙҙең әсәләренә һәм ҡатындарына эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өр-яңы күнекмәләрҙе үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ.

Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек һәм һәр йәһәттән уңыштар теләйем! Ғаиләгеҙ ныҡлы һәм имен булһын! Йөрәгегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡындарығыҙ һәм тыуған еребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылһын. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр! Байрам менән!” – тине Радий Хәбиров әсәләр алдындағы сығышында.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

⚡Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр!
Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас