

Эльвира Фәхрийәнова – 11 бала әсәһе, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.
Балаларының иң өлкәненә – 23 йәш, ә иң кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Бер тигеҙ генә бармаған, ауырлыҡтары етерлек булған заманда, боронғолар әйтмешләй, итәк тултырып бала үҫтерер өсөн шул ҡәҙәре тәүәккәллек, күңел киңлеге кәрәктер. Һәр береһен аяҡҡа баҫтырыр, белем биреп, һөнәрле итер ҙә бурыс бар бит.
– Ирем менән өйләнешкәс, оҙаҡ ҡына балабыҙ булманы. Әсә булыр мәлемде зарығып көттөм. Ишкилдемә рәхмәт, ауыр һүҙ әйтмәне, сабыр булды. Шул саҡта: “Әсә була алһам, 10 бала булһа ла, бөтәһен дә табам!” – тинем үҙемә. Аллаһҡа шөкөр, әсә булыу бәхетен насип итте. Мин дә һүҙемде тоттом, – тип күңел төпкөлөндәге тәрән кисерештәре менән уртаҡлаша конкурсантыбыҙ.
Фәхрийәновтар ғаиләһе ауылдаштарының, уларҙы белгән һәр кемдең ихтирамына лайыҡ. Үҙ көстәре менән тырышып, гөрләтеп донъя көтә, балаларына күркәм тәрбиә бирә улар, үҙ миҫалында күп балалы татыу ғаиләнең бөтә өҫтөнлөктәрен күрһәтә. Нурлы ғаиләлә яҡшылыҡты, яҡтылыҡты үҙ иткән, туғанлыҡ тойғоһоноң, атай-әсәйҙең ҡәҙерен белгән, татыу, берҙәм балалар буй еткерә. Ғаиләнең тормош күге гел аяҙ булһын!
Конкурсыбыҙ иртәгә киске сәғәт 9-ҙа тамамлана. Ҡатнашыусыбыҙ өсөн тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар! Бының өсөн ошо һылтанма аша үтегеҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328
Рәүилә Ғатауллина.
Фотолар – ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!