

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығында 1969 йылғы Асия Исмәғил ҡыҙы Фәтхиеваны эҙләүҙәре тураһында хәбәр ителә.
Ҡатын 22 ноябрҙә Өфө районындағы Уптин ҡасабаһындағы өйөнән сыҡҡан һәм ошо көнгәсә унан бер хәбәр ҙә юҡ.
Билдәләре: 55-60 йәшлек күренә, буйы 170 см тирәһе, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле.
Өҫтөндә аҡ шапка, аҡ куртка, ҡара джинсы, аяғына ҡара ҡыҫҡа ботинка кейгән.
Ҡатын тураһында мәғлүмәт белеүсе булһа, Өфөләге полицияның дежур бүлегенә 8 (347) 242-77-15
БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 8 (347) 279-39-02 йәки 102 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: пресс-служба МВД по РБ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ